+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
4 Февраль 2019, 17:06

Балалар ижадына – айырым ҡараш

1-се урта мәктәп ҡарамағында эшләп килгән мәктәпкәсә төркөмдөң төп йүнәлеше – балаларҙы художество-эстетик йәһәттән үҫтереү.Бәләкәстәрҙә нәфис һүҙгә, әҙәбиәткә, театрға ҡарата һөйөү уятыу өсөн даими рәүештә шиғыр һөйләүселәр конкурсы, һүрәт төшөрөү һәм ҡул эштәре күргәҙмәләре ойошторола, әкиәттәр сәхнәләштереп күрһәтелә.

1-се урта мәктәп ҡарамағында эшләп килгән мәктәпкәсә төркөмдөң төп йүнәлеше – балаларҙы художество-эстетик йәһәттән үҫтереү.
Бәләкәстәрҙә нәфис һүҙгә, әҙәбиәткә, театрға ҡарата һөйөү уятыу өсөн даими рәүештә шиғыр һөйләүселәр конкурсы, һүрәт төшөрөү һәм ҡул эштәре күргәҙмәләре ойошторола, әкиәттәр сәхнәләштереп күрһәтелә.
Интеллектуаль һәм рухи-эстетик тәрбиәләүҙе тормошҡа ашырыуҙа, уларҙың ижадын үҫтереүҙә сәнғәттең барлыҡ төрҙәренә ҙур иғтибар бирелә. Тап интеграция балаларҙың уй-тойғоларын берләштерергә, ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға мөмкинлек бирә.
Сәнғәт, ижади эш сабыйҙарҙы моңһоу, күңелһеҙ ваҡиғаларҙан арындыра, көсөргәнеште, ҡурҡыуҙы кәметә, шатлыҡ бүләк итә, кәйефте күтәрә, тынысландыра. Уның ярҙамында балалар донъяны танып белә, әхлаҡи яҡтан үҫешә.
Беҙ тәрбиәләнеүселәребеҙ менән бергәләп “Йомро икмәк”, “Шалҡан”, “Тирмәкәй”, “Ҡуяндың өңө” кеүек әкиәттәрҙе сәхнәләштереп күрһәтәбеҙ. Балалар ғәҙәти булмаған ысулдар – мамыҡ таяҡсалар, диск, бармаҡ эҙҙәре, еп, губка, штампиктар ярҙамында, тоҙ, манный ярмаһын ҡулланып һүрәт төшөрәләр. Симметрик предметтар төшөрөү ҡыҙыҡһыныу уята. Пластилиндан ҡош, балыҡ, еләк-емеш яһайҙар. Был эштәрҙе башҡарғанда талғын ғына көй ағыла.
Ижади эштәрҙе үтәгәндә тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләре ярҙамға килә.
Шулай итеп, беҙҙең мәктәпкәсә төркөмдәге занятиелар, уның мөмкинлектәре һәм йолалары федераль белем биреү стандарттарын (ФГОС) тулыһынса тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән.
А. Насирова, 1-се урта мәктәптең мәктәпкәсә төркөмө тәрбиәсеһе.
Читайте нас: