Беҙ гәзит уҡыусыларҙы Суйынсы мәктәбе музейын реконструкциялау барышы менән таныштырғайныҡ инде. Мәктәп уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре, крайҙы өйрәнеүселәр, бағыусылар, урындағы халыҡ дөйөм көс менән ошо тарихи урынға яңы һулыш индерҙе.
Мәктәп уҡытыусылары Батырлыҡ дәрестәрен тап музейҙа үткәрә. Төрлө йылдарҙа мәктәпте тамамлап сығып киткән, бөгөн илебеҙҙең Мәскәү, Харьков, Калининград, Ырымбур, Өфө кеүек ҙур ҡалаларында ғүмер иткән уҡыусыларыбыҙ ҙа бында көтөп алынған ҡунаҡ. Үткән йыл музейға ил сиге һаҡсылары ветерандарының район йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре, Дәүләкән ҡалаһының “Факел” эҙләнеү отряды активистары, Бик-Ҡарамалы, Имай-Ҡарамалы, Ҡаҙырғол, Суйынсы ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенттары һәм уҡытыусылары, тыуған яҡты өйрәнеүселәр килде.
Тыуған ауылдарының үткәне менән таныштырыу өсөн өләсәй-олатайҙар бында үҙҙәренең ейәндәрен алып килә. Улар орден-миҙалдар менән наградланған туғандары тураһында ғорурлыҡ менән һөйләй.
Бында шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, академик Н.Ғ. Ғатауллиндың, Мәжит Ғафури исемендәге колхоз рәйесе Ғ.Х. Хөснөтдиновтың, Суйынсы ауылының почетлы кешеләренең аудиояҙмаларын тыңларға мөмкин.
2019 йылда беҙҙең район территорияһында Граждандар һуғышы тулҡыны үтеүенә 100 йыл тула. Суйынсы ауылы тирәһендә лә алыштар барған. Ул йылдар тураһында архив материалдары түбәндәгеләрҙе һөйләй: “...Бәләбәйгә табан көслө алыштарҙа 26-сы, 27-се уҡсылар дивизияһы айырыуса батырлыҡ өлгөләре күрһәтте. Дәүләкән, Бүздәк, Ҡандра тимер юлдары, Ҡаҙанғол разъезы, Өҫән-Ивановка, Арыҫланбәк, Юғары Троицк, Калышали, Суйынсы ауылдары тирәһендә көсөргәнешле алыштар барҙы”.
Суйынсы ауылы ҡарттары һөйләгәндәрҙән: “...1919 йылдың майында сигенеп барыусы аҡтар беҙҙең ауылда туҡтаны. Окоптар ҡаҙынылар, бер йортто штаб яһанылар. Йылға буйындағы соҡорға ҡоралдарын өйҙөләр. Ниғмәтулла ауылы яғынан Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәре һөжүм итә башланы. Пушкаларҙан аталар, ауыл урамына снарядтар төшөп ярыла, тирә-яҡта пулеметтан, винтовканан атыу тауыштары яңғырай. Аҡтар Хотомли һәм Боҙаяҙ ауылдары яғына сигенә башланы. ”
Суйынсы-Николаевка, Хотомли, Искәндәр ауылдары зыяраттарында Ҡыҙыл Армия яугирҙәренең ҡәберҙәре бар. Элекке йылдарҙа ауыл халҡы винтовкалар, револьверҙар, патрондар таба торған булған.
С.Ю. Чиков һәм А.А. Казанцев етәкселегендә “Факел” эҙәрмәндәр отряды былтыр йәй беҙгә ике тапҡыр килеп китте. Ауылдың тирә-яғында эҙләнеү эштәре башҡарыу һөҙөмтәһендә музейҙың Граждандар һуғышы тураһындағы бүлеге шул йылдарҙағы әйберҙәр: гильза, пуля, Рәсәй, Англия, Америка заводтарында етештерелгән патрондар, снаряд ярсыҡтары, шрапнель, Ҡыҙыл һәм Аҡ Армия һалдаттарының шинель төймәләре менән тулыланды.
Крайҙы өйрәнеүсе О.В. Тәипов музейға ҡылыс осо, ҡыңғырауҙар, тәреләр, төрлө йылдарҙағы көмөш һәм баҡыр аҡсалар, ат егеү кәрәк-яраҡтарының металл өлөштәрен бүләк итте.
Тикшеренеүҙәр барышында беҙ Суйынсы ауылында баҡыр аҡсанан йөҙөк яһаусы оҫта йәшәгәнлеген асыҡланыҡ. Никах балдаҡтары өсөн әҙерләмәләр табылды.
Музейҙа иң боронғо экспонаттарҙың береһе – Иван Грозный ваҡытындағы ваҡ көмөш тәңкә. Уға 450 йылдан ашыу.
Бөйөк Ватан һуғышына арналған бүлек “Факел” эҙәрмәндәр отряды Ленинградта эҙләнеү эштәре алып барғанда табылған экспонаттар менән тулыландырылды. Улар араһында артиллерия снарядтары ярсыҡтары, һалдат көрөшкәһе, каска, сумка, гильзалар бар.
1945 йылдың яҙында Штригау ҡалаһы өсөн алыш панорамаһы макеты музейҙың үҙенсәлекле экспонаттарының береһе. Был алышта ауылдашыбыҙ, танкист Һиҙиәт Тәипов ҡатнашҡан. Ошо яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн ул Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана.
Мәктәп музейы сығарылыусылар һәм ауылдаштар тураһында материалдар менән даими тулыланып тора. Был мөһим һәм әһәмиәтле эштә педагогтар, ауыл халҡы, крайҙы өйрәнеүселәр ярҙам итә. Мәктәп администрацияһы уларҙың барыһына ла рәхмәтен белдерә.