-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
19 Февраль 2019, 11:37

Илһамланып һәм дәртләнеп

Дәүләкән районында йәшәүселәргә һәм ҡунаҡтарға яҡшы таныш булған Сергиополь мәктәбенә килгән көндө ябалаҡтап ҡар яуа ине.

Дәүләкән районында йәшәүселәргә һәм ҡунаҡтарға яҡшы таныш булған Сергиополь мәктәбенә килгән көндө ябалаҡтап ҡар яуа ине. Кәйефтәрҙе күтәреп, күктән ап-аҡ йондоҙҙар төшә. Мәктәпте эҙләп оҙаҡ йөрөргә тура килмәне – ике ҡатлы ҙур бина алыҫтан уҡ күҙгә салынды. Ошонда уҡ “Балалар!” тигән билдә ҡуйылған автобус тора, тимәк, уҡыусылар ваҡытында дәрескә килтереп еткерелгән.
Яңы мәктәп асылыуы, өҫтәүенә ауыл ерендә, балалар, уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн һәр саҡ ҙур ваҡиға һәм ысын байрам. Утыҙ йыл элек, 1989 йылдың беренсе сентябрендә Сергиополь мәктәбе тәүге уҡыусыларын ҡабул итә. Ул ваҡытта директор А.П. Призенцов була. Беренсе уҡыу йылында унда 120 бала белем ала.
Артабан мәктәп директоры итеп һәләтле, аҡыллы, бар ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған һоҡланғыс педагог Л.Ф. Ванюшина тәғәйенләнә.
А.А. Мөхәмәтйәнов менән Н.В. Рихтер ҙа үҙҙәре етәкселек иткән осорҙа мәктәптең үҫешенә, һәләтле балалар тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә.
Бөгөн мәктәпкә Галина Николаевна Шестопалова етәкселек итә. Ул уҡыу процесын ғына күҙәтеп ҡалмай, көндәлек бурыстарҙы хәл итә.
Мәктәпкә Ҡаранбаш, Уртатау, Дорошевка, Сергиополь, Комсомол ауылдарынан 74 бала уҡый. Уларға 12 уҡытыусы белем бирә. Л.Р. Макулова мәктәп асылған көндән алып әлеге ваҡытҡа тиклем мәктәп китапханаһында эшләй. Тап ул балаларҙа әҙәбиәткә һөйөү уята, улар менән бергәләп төрлө байрамдарға ҡыҙыҡлы стендтар әҙерләй, мауыҡтырғыс саралар үткәрә.
Мәктәптең 30 йыллығы алдынан хаҡлы ялда булған ветеран-уҡытыусыларҙы хөрмәт менән телгә алалар. А.И. Ванюшин, О.В. Себелева, П.В. Балаклеец тәүге уҡытыусылар иҫәбендә һанала.
Сығарылыусылар – мәктәптең айырым ғорурлығы. Был йылдар эсендә ауыл мәктәбе меңләгән уҡыусыны оло тормош юлына оҙатҡан, улар араһында предприятиелар етәкселәре, табиптар, уҡытыусылар, хәрбиҙәр, эшселәр бар. Бер нисә уҡыусы бөгөн туған мәктәптәрендә балаларға белем бирә.
Ауылдағы ғына түгел, ҡала һәм райондың күп учреждениелары менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Оҙаҡ йылдар ауыл китапханаһы мөдире Т.Г. Латышова менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәләр.
2019 йыл – Театр йылы, шуға яңы йылдың тәүге көндәренән үк мәктәп ауыл мәҙәниәт йорто менән берлектә тематик саралар үткәреүгә ҡушылған. Балалар китабы аҙналығы, ижади конкурстар, байрамдарға һәм иҫтәлекле даталарға арналған китап күргәҙмәләре һәр саҡ үҙ ваҡытында һәм еренә еткереп эшләнә.
30 йыл эшләү осоронда батырлыҡ, әхлаҡ дәрестәре, крайҙы өйрәнеү ғәҙәти сараларға әүерелгән. Уҡыу йылы дауамында даими рәүештә “Хәтер вахтаһы”, “Үҙидара көнө”, Әсә көнө һәм башҡа саралар үткәрелеп тора. Йолаларҙы һаҡлау мәктәп тормошон үҙенсәлекле итә, тип һанай педагогик коллектив.
Бөгөн мәктәптә компьютер менән йыһазландырылған ете бүлмә бар. Информатика уҡытыусыһы З.Ф. Сафинаға айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәһе килә, ул компьютерҙарҙың өҙлөкһөҙ эшләүен тәьмин итеп кенә ҡалмай, балаларҙы даими яңырып һәм камиллашып торған информацион технологияларҙың серенә төшөндөрә.
Уҡыусылар һәм уҡытыусылар йыл һайын төрлө фәндәр буйынса Бөтә Рәсәй, республика һәм район кимәлендәге олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып килә. Һәм еңеүгә өлгәшә! Был йүнәлештә ҙур эш тәжрибәһе булған педагогтар менән бер рәттән йәш уҡытыусылар ҙа тырышлыҡ һала. Л.Ф. Ванюшина, З.Ф. Сәфәрғәлина, Г.А. Ғәниева, В.Х. Юлмук, А.Р. Еникеева, Т.Я. Сафин, Л.А. Рахманғолова кеүек уҡытыусылар был йәһәттән ихтирам һәм хөрмәткә лайыҡ.
Кешенең эске донъяһына мәктәп йылдарында уҡ нигеҙ һалына. Ауыл мәктәптәрендә уҡыған уҡыусылар тәбиғәт матурлығын күреп, һүҙ байлығын тойоп үҫә. Мәктәп территорияһында ҙур алма баҡсаһы бар. Матурлыҡты күрә белеүселәр ҡыш көндәрендә лә уларға һоҡланып ҡарай. Ә яҙҙарын баҡса тотош аҡҡа күмелә, бал ҡорттарын үҙенә ылыҡтыра, ә көҙ иһә балалар рәхәтләнеп уңыш йыя. Әйтеүҙәренсә, был алмалар мәктәпкә генә түгел, Сергиополь ауыл Советы ауыл биләмәһенә ингән биш ауыл халҡына ла етә.
Мәктәп ҡаршыһында ҡайын үҫентеләре ултыртып, уларҙы тәрбиәләп үҫтергән элекке йылдар сығарылыусылары үҙҙәре тураһында яҡшы иҫтәлек ҡалдырған. Улар йылдың һәр миҙгелендә тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра. Элекке уҡыусылар был үҫентеләргә һыу һипкән, ҡый үләндәренән таҙалаған һәм улар хәстәрлеккә яуап итеп, һомғол ҡайындарға әүерелгән.
Мәктәп бинаһында таҙа һәм йылы. Тәҙрә төптәренә гөлдәр ултыртылған, стеналарҙа – төрлө стендтар, спорт залы бөтә кәрәкле йыһаздар менән тәьмин ителгән. Мәктәп ысынында ҡунаҡ ҡабул итеү йортон хәтерләтә.
Әммә был уңайлыҡтар бер йылда ғына барлыҡҡа килмәгән. Мәктәп республиканан, райондан, предприятиеларҙан, ойошмаларҙан ярҙам ала, уҡытыусылар, уҡыусыларҙың ата-әсәләре һәр ваҡыт ярҙам итә, ә уҡыусылар үҙҙәре өсөн булдырылған ошо матурлыҡты һаҡлай белә. Мәҫәлән, республика һәм район бюджеттары аҡсалары иҫәбенә яңы тәҙрәләр ҡуйылған, иҙәндәр алмаштырылған, спорт залында йылытыу системаһы ремонтланған, мәктәптең буйынан буйына яҡтыртҡыстар ҡуйылған.
Мәсьәләләр ҙә бар, әлбиттә, әммә улар хәл ителерлек, сөнки бағыусылары – Сергиополь ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ә.З. Абдуллин, шәхси эшҡыуар - КФХ башлыҡтары Р.И. Абайҙуллин, С.Б. Рихтер, Р.Р. Ғәниев, М.В. Иванов даими ярҙам күрһәтеп тора. Улар барыһы ла мәктәпкә гел килеп йөрөй.
- Мәктәп - минең икенсе йортом, - ти директор Галина Николаевна Шестопалова. – Мин уҡытыусыларымдың: “Башҡаларҙы өйрәткәндә үҙең дә өйрән!”- тигән һүҙҙәрен һәр ваҡыт иҫемдә тотам. Белмәгәнемде һорайым, белгәнемде әйтәм.
Сифатлы белем бирергә һәләтле квалификациялы педагогтар ғына мәктәпте ысын-ысындан заманса итә ала, уҡыусыларҙың ата-әсәләре менән үҙ-ара бәйләнеш булдыра, уларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү эштәренә йәлеп итә.
Беҙҙең мәктәптә йәштәр ҙә, оҙаҡ йылдар эшләгән өлкән уҡытыусылар ҙа бар. Белем, артабанғы тормошҡа юллама алырға килгән уҡыусыларҙы ихлас яратабыҙ, үҙ бурысыбыҙҙы теүәл үтәйбеҙ.
Йәшермәйем, ҡатмарлы осраҡтар ҙа булғылай. Әммә һине ауыр саҡта ҡалдырмаған кешеләр булғанда үҙеңде күпкә ышаныслыраҡ тояһың. Район хакимиәте, мәғариф идаралығы методистары Р.З. Атнағолова, Н.Ю. Тевс, Г.Ф. Лотфуллина беҙгә ярҙам итеп тора. Биш көнлөк уҡыуға күсеү айҡанлы, документтар әҙерләү буйынса эш алып барабыҙ.
Сергополь мәктәбенең тағы бер үҙенсәлеге – ҙур, иркен ашханалары. Бында туҡлыҡлы һәм тәмле аштар әҙерләнә. Ашеаҡсы Надежда Александровна Герасимова тотош коллективҡа ашарға әҙерләй.
Ауыл уҡытыусыларына ышаныс һәм ихтирам ҙур. Урындағы үҙидараға, ауыл һәм район советтарына тап уларҙы һайлайҙар. Мәктәп бөгөн дә ауылдың рухи үҙәге булып тора. Шәхси һәләттәренә ҡарамаҫтан, бында һәр балаға сифатлы белем бирелә.
Читайте нас: