+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
19 Февраль 2019, 11:32

Шат тауыштар тынмай

Бынан 45 элек, ҡарлы февраль көндәренең береһендә, Йәштәр микрорайонында “Ҡыңғырау” тип исемләнгән 10-сы балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен аса.

Бынан 45 элек, ҡарлы февраль көндәренең береһендә, Йәштәр микрорайонында “Ҡыңғырау” тип исемләнгән 10-сы балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен аса. Дүрт йәш төркөмө бүлмәләре тәрбиәләнеүселәрҙең шат тауыштарына күмелә. Башта был мәктәпкәсә учреждение колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре балалары өсөн тәғәйенләнгән булһа ла, яйлап ошо микрорайонда йәшәгән башҡа сабыйҙарҙы ла ҡабул итә башлайҙар.
Балалар баҡсаһы йылдан-йыл йәмләнә һәм матурырлана бара: яҡты йоҡо, уйын бүлмәләре, саф һауала уйнау өсөн тәғәйенләнгән территорияла эскәмйәләр, бәүелсәктәр, карусель ҡуйыла, түтәлдәрҙә күҙ яуын алып сәскәләр үҫә. Надежда Николаевна Ситдиҡова етәкселегендәге коллектив бар тырышлығын һала. Тәрбиәселәр мәктәпкәсә балалар учреждениеһын иң яҡшылар рәтенә индереү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй.
2014 йылдан алып балалар баҡсаһы мөдире вазифаһын Наталья Ивановна Александрова башҡара. Бында үҙ эшен, балаларҙы яратҡан тәрбиәселәр Э.З. Әбүзәрова, Л.Ф. Серик, А.Ф. Ғимранова, Л.Х. Мансурова, Д.В. Фазылова, Н.В. Попова, С.Н. Алесандрова, М.Р. Ғәҙелшина хеҙмәт һала.
Үткән йылдар эсендә балаларҙың ижади, танып белеү һәләттәрен, физик мөмкинлектәрен үҫтереү йәһәтенән бай тәжрибә тупланған. Тәрбиәселәр эшмәкәрлектәренә ҡыҙыҡлы алымдар индерә, тәрбиәләнеүселәре менән бергәләп төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә, конференцияларҙа ҡатнаша, лауреат исемен яулай, призлы урындар ала.
2015 йылда “Мәктәпкәсә балалар учреждениеһында тәрбиәүи-белем биреү процесын яҡшы ойошторған өсөн” номинацияһында еңеүсе итеп таныла, 2017 йылда “Яңы йыл мозаикаһы” район конкурсында беренсе урынға сыға, 2018 йылда “Новая волна” шәфҡәтлелек конкурсында II дәрәжә лауреат, “Батыр-шоу” спорт конкурсында III дәрәжә лауреат була.
“Ҡыңғырау” балалар баҡсаһының 45 йыллығын сағыу байрам булараҡ билдәләнеләр, унда педагогтар, тәрбиәләнеүселәр, уларҙың ата-әсәләре, шулай уҡ ҡунаҡтар –мәғариф бүлеге вәкилдәре ҡатнашты. Балалар икенсе тыуған йорттары – балалар баҡсаһына арналған йырҙар йырланы, шиғырҙар һөйләне, бейеүҙәр башҡарҙы. Яратҡан йәнһүрәт һәм әкиәт геройҙары – почтальон Печкин, Буратино, бесәй Базилио, төлкө Алиса (ролдәрҙе тәрбиәселәр башҡарҙы) менән бергәләп уйындар уйнанылар, фокуссыға үҙҙәренең бәләкәй генә мөғжизәләрен күрһәтергә ярҙам иттеләр, бүләктәр алдылар.
Ниндәй тыуған көн бүләктәрһеҙ булһын инде! Ата-әсәләр, байрамға килгән ҡунаҡтар аңды үҫтереүсе уйындар, спорт кәрәк-яраҡтары, уйынсыҡтар, китаптар килтергән.
Оҙаҡ йылдар эшләгән һәм үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән педагогтарға почет грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырылды. Сара күмәкләп сәй эсеү менән тамамланды.
Кеше өсөн 45 йәш – иң көслө саҡ. Балалар баҡсаһы тағы күп йылдар үҙ тәрбиәләнеүселәрен ҡыуандырыр тип ышанабыҙ. Тәүге сығарылыусылар бөгөн инде үҙҙәренең ейән-ейәнсәрҙәрен килтерә, ә уға тиклем балаларын йөрөтә инеләр. Бындай бәйләнеш артабан да өҙөлмәһен.
Балалар баҡсаһына саҡ эйәләшә башлаған бәләкәстәр бер нисә йылдан үҙ сабыйҙарын етәкләп, таныш ишектәрҙе йәнә асыр, үҙенең ошонда үткән балалыҡ йылдарын яҡты хәтирәләр менән иҫкә алыр.
Читайте нас: