Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путиндың Указына ярашлы, 2019 йыл Рәсәйҙә Театр йылы тип иғлан ителде. Быйыл Башҡортостан Республикаһы үҙенең 100 йыллығын билдәләй. Ошо иҫтәлекле даталар айҡанлы, Сергиополь мәктәбендә башҡорт халыҡ әкиәттәрен сәхнәләштереп күрһәтеү буйынса конкурс үткәрелде.
Уҡыусылар етд әҙерлек алып барҙы, декорациялар уйланы, костюмдар әҙерләне. Һәр береһенә үҙ ролен ятларға кәрәк ине.
Икенсе-дүртенсе класс уҡыусылары “Андыҙ” әкиәтен сәхнәләштергән. Изгелектең ерҙә ятып ҡалмағанлығын сағылдырған көлкөлө сәхнә күренешен тәҡдим иткән һигеҙенсе класс уҡыусылары тамашасыларҙың көслө алҡыштарына лайыҡ булды. Туғыҙынсы кластарҙың сығышы барыһына ла оҡшаны. Улар “Ҡарун бай һәм Зиннәт ағай” тигән әкиәтте һайлаған.
“Сарбай” (беренсе-өсөнсө кластар), “Ялҡау ҡыҙ” (бишенсе-алтынсы кластар) әкиәттәре, етенсе кластар тарафынан әҙерләнгән өҙөк ҙур уңыш менән үтте. Күмәк көс менән әҙерләнгән һәр әкиәт яҡшылыҡты яманлыҡтан айырырға, намыҫлы һәм ҡыйыу булырға өйрәтте.
Балалар үҙҙәрен сәхнәлә ҡыйыу тотто, ролен еренә еткереп башҡарҙы. Жюри һәр сығышты ентекле ҡараны һәм баһаланы.
Һөҙөмтәлә башланғыс кластар араһында беренсе урын икенсе-дүртенсе класс уҡыусыларына бирелде (етәкселәре Л.А. Рахманҡолова). Өлкән кластар араһында һигеҙенсе класс уҡыусылар еңеүсе тип танылды (етәкселәре Т.Я. Сафин).
Балаларға ярҙам иткәндәре, ҡеүәтләгәндәре, күңелле һәм ижади байрам бүләк иткәндәре өсөн класс етәкселәренә, уҡыусыларҙың ата-әсәләренә рәхмәт белдерәбеҙ.