+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
25 Март 2019, 16:42

Роботтар рингта

Балалар ижады йортоноң тамашалар залында роботехника буйынса ярыш үтте.

Балалар ижады йортоноң тамашалар залында роботехника буйынса ярыш үтте.
Беҙҙең ҡалала ул өсөнсө тапҡыр ойошторола. Хәҙерге ваҡытта роботтарға ҡыҙыҡһыныу артыуы ғәжәп түгел. Бөгөн эштең бер өлөшө аҡыллы машиналар ярҙамында башҡарыла, ә киләсәктә робот тормошобоҙҙоң бер өлөшөнә әйләнәсәк. Ярышта Әлшәй районы Балалар йорто ижады, Әлшәй районының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге лицейы, Дәүләкән ҡалаһының Балалар ижады йорто һәм лицей-интернат командалары ҡатнашты.
Робот моделдәрен күкрәгенә ҡыҫып тотҡан малайҙар ярыш башланыуын түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Ярыштың шарты спорттағыса - моделдәр ауырлығы һәм ҙурлығы буйынса билдәлнгән күләмдән артырға тейеш түгел, шуға роботтар алдан уҡ үлсәнде. Һәр береһенә балаларҙың фантазияһын сағылдырған үҙенсәлекле исемдәр ҡушылған – Атом, Батыр, Ниндзя, Гладиатор, Вася, Гром, Таран. Ун алты машина ЛЕГО-нан йыйылғайны.
Ярыш шарттары буйынса регламент буйынса һәр команда рингҡа үҙе эшләгән роботын сығарҙы. Роботтар барыһы ла автономлы булырға тейеш. Бер матч өс раундтан тора. Ҙур түңәрәктән конкурентын ҡыҫырыҡлап сығарған һәм иң күп мәрәй йыйған робот еңеүсе тип таныла. Был «сумо» көрәше кеүек, ләкин рингта Япония көрәшселәре түгел, ә роботтар.
Ярышта ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙе менән Дәүләкән ҡалаһының лицей-интернат директоры А.Ш. Солтанов мөрәжәғәт итте. Ул был ярыштың барлыҡҡа килеү тарихын һөйләне һәм уңыштар теләне.
Һәр уйында ҡатнашыусыларҙың эмоциялары сағыла. Ҡыҙыҡһыныусан малайҙар үҙҙәренең роботтары өсөн янып-көйҙө. Ярышҡа һөҙөмтә яһаған мәлдә 3-сө башҡорт гимназия- интернатының робототехника түңәрәгенә йөрөүселәр үҙ эштәрен тәҡдим итте.
Асыҡ робототехника ярышы һөҙөмтәләре буйынса, ЛЕГО-СУМО категорияһында беренсе урынды Дәүләкән ҡалаһының Балалар ижады йортоноң роботехника түңәрәге тәрбиәләнеүселәре Кирилл Переверзев һәм Антон Ефимов алды. Уларҙың Гладиатор исемле роботы үҙ исемен аҡланы һәм малайҙарға еңеү килтерҙе. Икенсе урынды Дәүләкән ҡалаһының лицей- интернаты уҡыусылары Илназ Ҡотлояров һәм Алмаз Солтанбәковтарҙың Чаппи исемле роботы алды, өсөнсө урынға Дәүләкән ҡалаһының Балалар ижады йортонан Батыр исемле роботы менән Кирилл Безруков һәм Олег Дмитриев сыҡты. Барлыҡ ҡатнашыусыларға сертификат тапшырылды.
Читайте нас: