-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
28 Март 2019, 17:22

Хаҡлы еңеү

«Йыл уҡытыусыһы-2019» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының төбәк этабында 5-се гимназияның рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наталья Сергеевна Кабанина лайыҡлы сығыш яһаны.

«Йыл уҡытыусыһы-2019» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының төбәк этабында 5-се гимназияның рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Наталья Сергеевна Кабанина лайыҡлы сығыш яһаны.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса ул «Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» республика конкурсы лауреаты дипломы, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Профсоюз ойошмаһы президиумы, Рәсәй Федерацияһың халыҡ мәғарифы һәм фәнни хеҙмәткәре Почет грамоталары менән бүләкләнде.
Конкурстың финал өлөшөнә сыҡҡан иң көслө 32 педагог араһында Наталья Сергеевнаға был юғары наградаларҙы алыуы айырыуса ҡыуаныслы ине, улар араларында иң йәше беҙҙең яҡташыбыҙ булды.
Башҡортостандың төрлө ҡала һәм райондарынан 199 һөнәр оҫтаһы йыйылды. Уларҙың 16-һы, улар араһында Н.С. Кабанина ла бар ине, иң яҡшыһы тип танылды. Профессиональ оҫталыҡ конкурсы һөҙөмтәһе лә белем биреү учреждениеһына ҙур ғорурлыҡ, райондың ҡаҙаныш копилкаһын тулыландыра.
Әлбиттә, уҡытыусыға танылыу үҙенән-үҙе генә килмәй. Бының өсөн ныҡлы белем кәрәк, ул уны оҫта итеп уҡыусыларға еткерә белергә тейеш, артислыҡ, ойоштороу һәләттәре һәм профессионализм, заманса белем биреү технологияларын белергә тейеш. Педагогик стажы һигеҙ генә йыл булыуға ҡарамаҫтан, Дәүләкән уҡытыусыһында был һыҙаттарҙың барыһы ла бар, ул инде ярайһы тәжрибә һәм белем туплаған. Үҙенең еңеүенә ҡыуанған Наталья Сергеевна, тәү сиратта уға ышаныс белдергән, конкурсҡа барырға ярҙам иткән һәм тыуған ҡалаһына еңеү менән ҡайтыуын көтөп алған барыһына ла рәхмәтен белдерә.
- Район педагогтарынан республика кимәлендә сығыш яһап, мин үҙемә ниндәй яуаплылыҡ йөкмәтелгәнен яҡшы аңлап,бик тулҡынландым. Әммә, коллективтың ярҙамы, уларҙа бындай конкурста ҡатнашыу тәжрибәһе бар, уҡыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең ҡеүәтләү һүҙҙәре миңә ышаныс бирҙе. Мәғарифты үҫтереү институты сайтында тауыш биреүҙә ҡатнашҡан һәм минең өсөн тауыш биргән кешеләрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәм. Тауыш биреүселәр һаны буйынса финалистар араһында тауыштар һына буйынса икенсе булдым, кемдәр миңә уңыш һәм яҡшы һөҙөмтә теләгән – барыһына ла рәхмәт. Ышаныс яулай алғаным өсөн бик шатмын.
Беҙҙең ҡатнашыусы, Өфө ҡалаһының таныш булмаған класында дәрес биреп 91 мәрәй йыйҙы, әйтергә кәрәк, конкурс һынауҙары бик ауыр булды.
Предмет буйынса ғына белем етмәй, эрудиция, хәҙерге заман темаһына бәхәс алып барыу оҫталығы, дәүләт һәм йәмғиәтте һаҡлау һәм белем биреү проекттарын эшләргә талап ителде. Мәғариф министры менән “түңәрәк өҫтәл” дә әңгәмәлә ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айбулат Вәкил улы Хажин менән бөгөн мәғариф өлкәһендә көнүҙәк булған проблемалар тураһында һөйләшеү еңелдән түгел ине.
Бөгөн уңышлы педагогтың бар тулҡынланыуҙары үткәндә ҡалды. Ә алда, киләсәктә, уңышлы башланғыстар һәм еңеүҙәр көтә!
Читайте нас: