+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
8 Апрель 2019, 18:15

Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!

Һәр уҡытыусы өсөн иң ҙур ҡыуаныс, уның һөнәри оҫталығының күрһәткесе, һис шикһеҙ, уҡыусыларының уңышы. Беҙҙең гимназистар йыл һайын олимпиадаларҙың төрлө этаптарында ҡатнашып, үҙҙәренең дә, белем биреү усағының да ҡаҙаныштарын тулыландырып тора.

Һәр уҡытыусы өсөн иң ҙур ҡыуаныс, уның һөнәри оҫталығының күрһәткесе, һис шикһеҙ, уҡыусыларының уңышы. Беҙҙең гимназистар йыл һайын олимпиадаларҙың төрлө этаптарында ҡатнашып, үҙҙәренең дә, белем биреү усағының да ҡаҙаныштарын тулыландырып тора.
Олимпиадаларҙың республика йәки Бөтә Рәсәй этабында бер сәғәт эсендә еңеүсегә әүерелеү мөмкин түгел. Ҡағиҙә булараҡ, бының өсөн алдан етди әҙерлек эше алып барырға кәрәк. Уҡыусыларҙан да, уларҙың остаздарынан да күп ныҡышмалылыҡ, түҙемлек талап ителә.
Мәҫәлән, 10-сы класс уҡыусыһ Кәримә Хәбиәхмәтова – рус теле буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы еңеүсеһе, әҙәбиәт буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы призеры, донъя художество әҙәбиәте буйынса уҡыусыларҙың Бөтә рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы еңеүсеһе, бынан тыш ул мәктәптә үткәрелгән барлыҡ сараларҙың да әүҙем ҡатнашыусыһы. Шулай уҡ биология, география, тарих, химия, йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында призер булды.
2018 йылда Кәримә “Йыл уҡыусыһы – 2018” дөйөм мәктәп конкурсының “Һоҡланғыс мәктәп йылдары” номинацияһында еңеүсе тип танылды.
Алина Нурғәлиева – биология буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы призеры. Маҡсатына ынтылыусан ҡыҙ табип булырға хыяллана, бер үк ваҡытта ситтән тороп физика-математика мәктәбендә шөғөлләнә. Ул йыл һайын уҡыусыларҙың бөтә Рәсәй дистанцион олимпиадаларында ҡатнаша, был уның төрлө яҡлап ҡыҙыҡһыныуҙары, эшһөйәрлеге тураһында асыҡ һөйләй. Алина тикшеренеү эше менән ҡыҙыҡһына, һәр нәмәгә ижади яҡтан ҡарай. Һигеҙенсе, туғыҙынсы кластарҙа уҡығанда биология, экология буйынса Бәтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында ҡатнашып, призер була. Балалар сәнғәт мәктәбенең хореография бүлеген тамамланы, гитарала уйнай, йырлай.
Мария Бурдилева – донъя художество мәҙәниәте буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабында призер исемен яуланы. Төрлө яҡлап үҫешкән, һәләтле уҡыусы. Һигеҙенсе, туғыҙынсы кластарҙа уҡығанда хоҡуҡ, донъя художество мәҙәниәте буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында призер була. Матур итеп һүрәттәр төшөрә, үҙен ижадта һынап ҡарай.
Владимир Петров – хоҡуҡ буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы призеры. 10-сы класта йәмғиәтте өйрәнеү фәне буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында еңеүсе була, хоҡуҡ фәне буйынса призер булараҡ таныла. Китап уҡырға ярата, белемле егет, класта һәм мәктәптә үткәрелгән сараларҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Һигеҙенсе, туғыҙынсы кластарҙа уҡығанда йәмғиәтте өйрәнеү фәне, математика буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабында еңеп сыға, рус теле, биология, экология, химия фәндәре буйынса призер була. Шахмат менән мауыға, психология, иҡтисад буйынса махсус әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына.
Леонид Комиссаренко - тарих буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы призеры, бишенсе кластан уҡ тарих менән ҡыҙыҡһына. Уның фекерләү ҡеүәһе юғары, альтернатив моделдәр һәм системалар төҙөүгә ҡыҙыҡһыныуы ҙур. Тарих буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының район этабында бер нисә тапҡыр призер һәм еңеүсе була. Шиғырҙар, хикәйәләр яҙа, ҡыҫҡа ғына документаль фильмдар төшөрә.
Дамир Кәримов - география буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы призеры. Күпте белә, аң даирәһе киң, был уға тиңдәштәре араһында иғтибар үҙәгендә булырға мөмкинлек бирә. Ул интеллектуаль конкурстарҙа һәр саҡ еңеүселәр рәтендә һанала. 2016/2017 уҡыу йылында тарих һәм география буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль этабы призеры булды. Тарих менән ҡыҙыҡһыныу, уны өйрәнеү егеткә уҡыусылар араһында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса республика олимпиадаһының муниципаль этабында еңеү килтерҙе.
Гимназистарҙың уңыштары – үҙ эшенә мөкиббән киткән педагогтарҙың ҡаҙанышы. Улар араһында Рима Зөфәр ҡыҙы Латипова, Светлана Николаевна Бодина, Ирина Андреевна Фирсова, Александар Александрович Казанцев, Клара Маликовна Хаматова һәм башҡалар бар.
Бең уҡыусыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ, киләсәктә уларҙың барлыҡ уй-хыялдары тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Читайте нас: