-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
18 Апрель 2019, 18:52

Уҡыусылар менән осрашыу

Был көндәрҙә ҡала һәм райондың белем биреү учреждениеларында Парламентаризм һәм Урындағы үҙидара көндәренә арналған дәрестәр үтте. Улар барышында уҡыусылар урындағы үҙидара органдары вәкилдәре менән осрашты.

Был көндәрҙә ҡала һәм райондың белем биреү учреждениеларында Парламентаризм һәм Урындағы үҙидара көндәренә арналған дәрестәр үтте. Улар барышында уҡыусылар урындағы үҙидара органдары вәкилдәре менән осрашты.
Урындағы үҙидара көнө – муниципалитет хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы. Ул 2012 йылдың 10 июнендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән раҫланған. Тәүге тапҡыр был көндө 2013 йылда билдәләнеләр, ә үткәреү көнө – 21 апрель мөһим тарихи ваҡиғаға ҡарата һайлана: 1785 йылда Екатерина II ҡалаларға грамота баҫтырырға тигән ҡарар сығара. Был документ урындағы үҙидара тураһындағы законға нигеҙ һала.
Осрашыуҙар барышында район Советы һәм биләмәләр депутаттары, муниципалитеттар хакимиәттәре вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары уҡыусыларға урындағы үҙидара органдарының эшмәкәрлеге һәм уның вазифалы кешеләре, уларҙың “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидараны ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында” федераль закон тарафынан билдәләнгән вәкәләттәре тураһында һөйләне, байрамдың тарихы менән таныштырҙы, һорауҙарға яуап бирҙе.
Өлкән класс уҡыусылары әңгәмәлә ихлас ҡатнашты, ҡала һәм райондың артабанғы үҫеше менән ҡыҙыҡһынды, киләсәккә пландары, хаҡында һөйләне, йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү йәһәтенән һорауҙар бирҙе. Дәүләкән районы муниципаль районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Рафаиль Ғәни улы Әхмәтйәнов Суйынсы урта мәктәбе уҡыусылары менән ауыл хужалығын үҫтереү темаһын ҡараны. Ул ауылда кадрҙар сәйәсәте, йәш белгестәргә, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын ярҙам, ауылдарҙы үҫтереү йәһәтенән дәүләт программалары тураһында һөйләне.
4-се лицейҙа өлкән класс уҡыусылары менән Дәүләкән ҡалаһы ҡала биләмәһе Советы депутаты, Башҡортостан Республикаһы Йәш депутаттар ассоциацияһының урындағы бүлексәһе рәйесе Артур Шәйгәрҙәән улы Солтанов осрашты. Уҡыусылар ҡунаҡтың Ассоциация тураһында ябай һәм ентекле итеп һөйләгәнен иғтибар менән тыңланы. Был төбәк йәмәғәт ойошмаһының күптән түгел, 2015 йылдан бирле генә эшләп килеүе, әммә үҙен ыңғай яҡтан күрһәтеп өлгөрөүе, республика граждандары тормошоноң төрлө тармаҡтарындағы әһәмиәтле ваҡиғаларҙа даими ҡатнашыуы билдәләнде. Йәш депутаттар үҙҙәренең һайлаусылары менән осрашып тора, уларҙың проблемалары менән ҡыҙыҡһына һәм хәл итеү юлдарын эҙләй, шулай уҡ йәмғиәт өсөн файҙалы эштәрҙә инициатор булараҡ сығыш яһай. Ассоциацияның төп бурыстарының береһе –уртаҡ проекттар һәм программалар менән алмашып, урындағы үҙидара институттары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү, ижтимағи-сәйәси процестарға йәлеп итеү, ауылдарҙы һәм урындағы үҙидараны үҫтереүгә булышлыҡ иткән проекттар тәҡдим итеү һәм башҡалар. Ул шулай уҡ беҙҙең райондың йәш депутаттарының эшмәкәрлегенә туҡталды.
Ивановка урта мәктәбендә үткән парламентаризм дәресендә уҡыусылар алдында Ивановка ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Владимир Иванович Никульшин, мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Гөлнара Фәнүр ҡыҙы Лотфуллина сығыш яһаны. Осрашыуҙа һүҙ урындағы үҙидара органдарының мәғариф идаралығы менән тығыҙ бәйләнештә эшләүе хаҡында барҙы. Мәҫәлән, мәрхәмәтлек сараларына ярашлы, Ивановка мәктәбенең ҡоймаһы алмаштырылды, был эштәргә аҡса ауыл биләмәһе бюджетынан бүленде.
Мәғариф учреждениеһы эргәһендә, мәктәпкәсә төркөмдөң уйын майҙансығында, Ивановка ауыл биләмәһе бюджеты иҫәбенә майҙансыҡ йыһазландырылды. Бәләкәстәр унда рәхәтләнеп уйнай.
Биләмә башлығы урындағы башланғыстарға ярҙам программаһына ентекле туҡталды, уның ярҙамында, граждандарҙың үҙҙәренең ҡатнашлығы менән ауылдарҙа күп мәсьәләләрҙең хәл ителеүен билдәләне. Уҡыусылар сығыш яһаусыларҙы иғтибар менән тыңланы, һорауҙар бирҙе, үҙҙәре лә килеүселәрҙең һорауҙарына ихлас яуап ҡайтарҙы.
Дөйөм алғанда, ҡала һәм район буйынса урындағы үҙидара вәкилдәренең белем биреү учреждениелары уҡыусылары менән егерменән ашыу осрашыуы булды. Уларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Бындай әңгәмәләр йәштәргә илдең ижтимағи-сәйәси тормошона ҡағылышы булыуын һиҙергә, әүҙем тормош позицияһы алып барырға, урындағы үҙидара органдарының төрлө өлкәләрҙә һәм тармаҡтарҙа ниндәй роль уйнауын аңларға ярҙам итә.
Читайте нас: