+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
26 Апрель 2019, 12:55

Башҡорт теле уҡытыусыларының беренсе съезы үтте

2019 йылдың 11-12 апрелендә Өфөнөң “Торатау” конгрес-холл бинаһында Башҡортостан Республикаһынан һәм РФ субъектарынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәп директорҙары, мәғариф бүлеге етәкселәре һәм белгестәре башҡорт телен һаҡлау һәм өйрәнеү һәм үҫтереү мәсьәләләрен тикшереү, туған телдәрҙе уҡытыу концепцияһына тәҡдимдәр индереү буйынса ҡорға йыйылды.

2019 йылдың 11-12 апрелендә Өфөнөң “Торатау” конгрес-холл бинаһында Башҡортостан Республикаһынан һәм РФ субъектарынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәп директорҙары, мәғариф бүлеге етәкселәре һәм белгестәре башҡорт телен һаҡлау һәм өйрәнеү һәм үҫтереү мәсьәләләрен тикшереү, туған телдәрҙе уҡытыу концепцияһына тәҡдимдәр индереү буйынса ҡорға йыйылды.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Указына ярашлы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы уҙғарылды. Сара шулай уҡ республикабыҙҙың 100 йыллығына тура килеүе менән дә әһәмиәтле.
Ике көн дауамында барған съезда эшлекле фекер алышыу, киләсәктә туған телебеҙҙең һәм башҡорт теленең нисек уҡытылыуы, уның методикаһы, башҡа фәндәр менән бер рәттән уның алған урыны, һанлы технологиялар - барыһы ла уртаға һалып һөйләшелде.
Саран ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. Съезда төбәктең ҡала һәм райондарынан, Силәбе, Ырымбур, Һарытау өлкәләренән, Мәскәү, Санк-Петербург ҡалаларынан, Ханты-Манси Автономиялы округынан килгән 700 самаһы делегат ҡатнашты.
Съезд асыу тантанаһы тамамланғас, делегаттар ике төркөмгә бүленде һәм Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы, Мөхәмәтғәли Исҡужин исемендәге 136-сы, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияларына барҙы.
Белем биреү учреждениеларында иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары коллегаларына асыҡ дәрес һәм оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим итте, туған телде өйрәтеү йәһәтенән тәжрибә уртаҡлашты, тәрбиә эшен ойоштороу буйынса эш алымдарын күрһәтте. Шулай уҡ башҡорт телен өйрәнеү, кадрҙар, уҡыу әсбаптары, уҡытыу методикаһы кеүек көнүҙәк һорауҙар ҡаралды.
Съездың икенсе көнөндә пленар ултырыш булды, «Күп милләтле Рәсәй ерендә туған тел: бөгөн һәм киләсәк», «Башҡортостан Республикаһында башҡорт телен өйрәнеү: тәжрибә һәм яңылыҡтар», «Туған телде һәм милли йолаларҙы һаҡлау һәм үҫтереүҙә ғаиләнең роле», «Башҡорт телен өйрәнеүҙә һанлы белем биреү мөхите булдырыу», « Мәғариф өлкәһендә дәүләт сәйәсәте: туған телде өйрәнеүҙең көнүҙәк мәсьәләләре» тигән дискуссион майҙансыҡтар эшләне.
Съезд сиктәрендә педагогик хеҙмәткәрҙәргә БР Мәғариф министрлығының наградалары тапшырылды.
Пленар ултырышта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сәләмләү һүҙен еткерҙе. Ул башҡорт теле уҡытыусыларына төрлө формалар аша телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүгә саҡырҙы.
Дәүләкән районы делегаттары ике көн рәттән пленар ултырышта, күргәҙмәләрҙә, дискуссион майҙансыҡтарҙа әүҙем ҡатнашты, Өфө мәктәптәренең эш тәжрибәһе менән танышты, фекер алышты.
Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин ҡалабыҙҙағы 7-се урта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дәүләтова Ғәлиә Ғилмулла ҡыҙына мәғариф системаһында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» тигән маҡтаулы исемен исем бирелеүен белдерҙе һәм ихлас ҡотланы.
«Юғары кимәлдә уҙғарылған съезда бындай исемгә эйә булыу үҙе бер мәртәбә», - тине Ғәлиә Дәүләтова.
Уҡытыусы хеҙмәте еңелдән түгел. Мәшәҡәтле лә, борсолоулы ла, ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та ул мәктәп донъяһы. Тел уҡытыусылары дөрөҫ яҙырға һәм уҡырға ғына өйрәтеп ҡалмай, тыуған илгә һөйөү, телгә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләй.
Читайте нас: