+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
13 Июнь 2019, 16:43

Һайлау алдында

Ваҡыт тиҙ үтә, сираттағы уҡыу йылы ла артта ҡалды, тиҙҙән, имтихандарын тапшырып, кисәге сығарылыусылар абитуриенттар рәтен тулыландырасаҡ.

Ваҡыт тиҙ үтә, сираттағы уҡыу йылы ла артта ҡалды, тиҙҙән, имтихандарын тапшырып, кисәге сығарылыусылар абитуриенттар рәтен тулыландырасаҡ. Шуға өлкән класс уҡыусылары өсөн үткәрелеп килгән “Йәрминкәләр вакансияһы” йылдан-йыл популярлыҡ яулай бара. Көньяҡ-көнбайыш район-ара мәшғүллек үҙәгенең Дәүләкән районы буйынса филиалы быйыл уны Дәүләкән районы муниципаль раойн хакимиәте менән берлектә “Йәштәргә –эш” республика акцияһы сиктәрендә үткәрҙе.
Республиканың һөнәри белем биреү учреждениелары вәкилдәрен тыңлар өсөн район Мәҙәниәт йортоноң ҙур залына ҡала һәм райондың ун белем биреү учреждениеһынан 500-ҙән ашыу уҡыусы йыйылды. Улар алдында Волга дәүләт һыу транспорты университетының Өфө филиалы, Бәләбәй медицина колледжы, Бәләбәй ауыл хужалығын электрификациялау колледжы филиалы, Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы филиалы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс университеты филиалы - Өфө финанс-иҡтисади колледжы вәкилдәре сығыш яһаны. Сығыштар сағыу, аңлайышлы булды, уҡыусылар был уҡыу йорттарында ниндәй белгестәр әҙерләнеүен белде.
Сара тамамланғас уҡыусылар һөнәри уҡыу йорттары уҡытыусылары менән яҡындан әңгәмәләште, өҫтәмә мәғлүмәт алды.
Читайте нас: