Өлкәнәйеү осорона яҡынлашҡан кешегә үҙеңде эшмәкәрлектең төрлө өлкәләрендә һынап ҡарау айырыуса мөһим. Йәштәр-дәртле халыҡ, улар үҙеңде күрһәтә алған һәм йәмғиәткә файҙа килтергән яҡшы башланғыстар яҡлы. «Уңышҡа бер аҙым»тигән исем аҫтында үткәрелгән проекттар конкурсының беҙҙең ҡала һәм район мәктәптәре уҡыусылары араһында популярлыҡ ҡаҙаныуы ғәжәп түгел. Уның ойоштороусылары – Дәүләкән районының мәғариф бүлеге һәм Балалар ижады йорто. Улар үҫмерҙәрҙе изге эштәргә йәлеп итә, уларға сығыш яһарға трибуна бирә, аралашыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн майҙансыҡ бүлә, кәңәштәре менән ярҙамға килә, етәкселек итә. Быйыл проекттар конкурсында Рассвет ауылы мәктәбенән, 5-се гимназиянан, 7-се урта мәктәптән, 4-се лицейҙан ун бер ижади команда, шулай уҡ «100 изге эш» күләмле проекты менән Балалар ижады йорто коллективы ҡатнашты.
Тәҡдим ителгән проекттар төрлөлөгө һәм үҙенсәлеге менән айырылды: «Беҙ - Ватанды һаҡлаусылар», «Беҙҙең балалар», «Изге йөрәк - изге эштәр», «Ҙур түңәрәк», «Мөғжизәле дәрестәр», «Йондоҙҙар быуыны», «Беҙ бөтәбеҙ ҙә төрлө-бөтәбеҙ ҙә бер тигеҙ», «Ғүмер изге эштәр өсөн бирелмә», «Фотоһүрәттәрҙә-аҡыл» һәм башҡалар.
Жюри алдында үҙ проекттарын яҡлағанда уҡыусылар уларҙы тормошҡа ашырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Әйтергә кәрәк, улар еңелдән түгел ине.
Мәҫәлән, кемдер үҙен педагог ролендә һынап ҡараған, кемдер сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәр сикләнгән балалар менән дуҫлашҡан, икенселәр үҙҙәре шефлыҡ иткән бәләкәй кластар менән байрам сараһы ойошторолған. Ҡала һәм район ветерандарының фотоларын да йыйырға тырышыусылар бар. Мәктәптәрендәге һәләтле уҡыусылар тураһында социаль селтәрҙә һөйләгәндәрҙә ғорурлыҡ хисе һиҙелә. «Йәш яугир» мәктәбен үтергә теләүселәр ҙә бар араларында.
Жюри проекттарҙың ҡайһы берҙәрен көнүҙәк тип таныны, мәҫәлән, 5-се гимназияның өлкән класс ҡыҙҙары пластик пакеттарҙы сепрәк сумкаларға алмаштырырға тәҡдим итә. Тирә-яҡ мөхиткә аҙыраҡ зыян килер ине тип һанай улар. Тәҡдим итеп кенә ҡалманылар, үҙ ҡулдары менән теккән сағыу, матур сумкаларын да күрһәттеләр.
Гимназияның 8-се класс уҡыусылары мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән дуҫлашыу проектын тәҡдим итте. 7-се урта мәктәп уҡыусылары өлкәндәргә шефлыҡ ярҙамы күрһәтте. Рассвет мәктәбе уҡыусылары армияға саҡырылған яҡташтарына изге теләктәр менән сәләм хаттары юллаған.
Конкурстың «Беҙ – XXI быуат командаһы», «Мин - лидер», «Беҙ эргәлә» номинацияларында еңеүселәрҙе билдәләгәндә жюри һайланған теманың асылғанлығын, проблеманың хәл ителешен күҙ уңында тотто. Һөҙөмтәлә һәр командаға диплом тапшырылды.
Конкурс тамамланды, әммә был йүнәлештә башҡараһы эштәр күп әле. Үҙеңә ҡатнашырға, тәжрибә тупларға, уңышҡа өлгәшергә мөмкинлек биргән, ә иң мөһиме – донъны матурыраҡ, йәмлерәк итә торған изге эштәр етерлек бит.