+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
13 Июнь 2019, 16:34

Мәктәп йондоҙҙары балҡыны

“Ауырлыҡтарҙы еңеп йондоҙҙарға табан үрләргә” – 5-се гимназияның девизы шундай, педагогтар ҙа, уҡыусылар ҙа унан тайпылмай, уңыштарға юл яра.

“Ауырлыҡтарҙы еңеп йондоҙҙарға табан үрләргә” – 5-се гимназияның девизы шундай, педагогтар ҙа, уҡыусылар ҙа унан тайпылмай, уңыштарға юл яра.
Был май көнөндә район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә йондоҙҙар – Халыҡ-ара, төбәк, республика, район конкурстары еңеүселәре һәм призерҙары, лауреаттары һәм дипломанттары, уҡыуҙа, спортта, ижадта иң яҡшылар йыйылғайны.
Йолаға әүерелгән Виват, гимназия тип аталған сарала мәктәп тормошонда төрлө уңыштарға өлгәшкән уҡыусыларҙы тәбрикләйҙәр. Ҡатнашыусыларҙы тулҡынланыу ҙа, ҡыаныс та, шул уҡ ваҡытта ғорурланыу тойғолары ла һиҙелә.
- Беҙҙең гимназия, - ти директор урынбаҫары Н.Б. Суркова, - ҡала һәм район мәктәптәре араһында иң тәүге инновацион белем биреү учреждениеһына әйләнде. Тикшеренеү эштәре беҙҙә мөһим технологияларҙың береһе булараҡ ҡабул ителә, белем тәү сиратта тора. Педагогик коллективтың эшмәкәрлегенең төп күрһәткесе - һәләтле уҡыусыларыбыҙ, улар остаздарын, ата-әсәләрен яҡшы уҡыуҙары, олимпиадаларҙа еңеүҙәре, ижади проекттары менән ҡыуандыра.
Йыйылыусыларға сәләмләү һүҙҙәре менән 5-се гимназия директоры Е.В. Николаев мөрәжәғәт итте. Ул уҡытыусыларҙы һәм уҡыусыларҙы уҡыу йылы тамамланыуы менән ҡотланы, йыл дауамында өлгәшелгән уңыштар тураһында һөйләп үтте, барыһына ла уңыштар, именлек, ә сығарылыш класс уҡыусыларына имтихандарын яҡшы тапшырыуҙарын теләне.
Гимназистар уҡытыусыларына сәскә гөлләмәләре тапшырҙы, ихлас алҡышланы.
Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә ҡатнашыусылар концерт номерҙары әҙерләне.
Читайте нас: