+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
27 Июнь 2019, 16:48

Хыялдар ысынбарлыҡҡа аша

Район Мәҙәниәт йортонда Рәсәйҙә өҫтәмә белем биреү системаһының 100 йыллығына һәм Дәүләкән ҡалаһында Балалар ижады йортоноң 65 йыллығына арналған тантаналы сара үтте.

Район Мәҙәниәт йортонда Рәсәйҙә өҫтәмә белем биреү системаһының 100 йыллығына һәм Дәүләкән ҡалаһында Балалар ижады йортоноң 65 йыллығына арналған тантаналы сара үтте. Унда БР Дәүләкән Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары В.В. Аброщенко, А.Р. Гәрәева, район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Ю.А. Кузнецов, Дәүләкән районы муниципаль район Советы секретаре Р.М. Әминова, мәғариф идаралығы начальнигы Н.В. Кузовова, уҡытыусылар, педагогик хеҙмәт ветерандары, ата-әсәләр, ҡала һәм район мәктәптәре уҡыусылары, ҡунаҡтар ҡатнашты.
Байрам район Мәҙәниәт фойеһында күргәҙмә ҡарауҙан башланды. Педагогтар һәм уҡыусылар ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, работотехника, һынлы сәнғәт өлкәләрендә эштәрен тәҡдим итте.
Ниһайәт, күптән көтөлгән байрам башланды! Сәхнәләге һәм залдағы ижади мөхит ҡунаҡтарҙың сығыштары, өҫтәмә белем биреү хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарын, түңәрәктәр етәкселәрен һәм төрлө номинацияларҙа еңеүсе балаларҙы бүләкләү менән алмашынды.
“Балаларҙың һәм өлкәндәрҙең тығыҙ хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә Балалар ижады йортонда быуындар бәйләнеше дауам итә. Бында һәр саҡ тормош ҡайнай, тәрбиәләнеүселәр уңыштары менән даими ҡыуандырып тора.
«Беҙҙә ысын һөнәрмәндәр хеҙмәт һала”,- тип билдәләне учреждениеның эшмәкәрлеге тураһында килгән ҡунаҡтар.
Бөгөн Балалар ижады йортонда шөғөлләнеүсекләр асыштар яһай, ижад менән ҡыҙыҡһына, фантазияһын эшкә егә. Уларҙың педагогтары-үҙ эшенең оҫталары.
Рәсми кешеләр үҙҙәренең тәбрикләү һүҙҙәрендә билдәләүенсә, балаларға өҫтәмә белем биреү системаһы уларҙың интеллектуаль, рухи-әхләҡи, физик һәм һөнәри ихтыяждарын төрлө яҡлап үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ракеталар, кеҫә телефондары, роботтар...
Әле күптән түгел генә быларҙың барыһы фантастика, уйҙырма һымаҡ ҡабул ителә ине, ә бөгөн улар робототехника буйынса «Лего-Сумо», «Робо-Лига» район һәм республика конкурстарында, авиация һәм һауала осоу тарихы буйынса Александр Федорович Можайский исемендәге Халыҡ-ара олимпиадаһында үҙ көстәрен һынай.
Социаль-педагогик йүнәлештәге программалар илһөйәрлек, буласаҡ Ватанды һаҡлаусыны, уларҙа лидерлыҡ сифаттарын тәрбиәләүгә ҡоролған.
Өсөнсө йыл рәттән Балалар ижады йорто башланғыс класс уҡыусылары өсөн «Ватанды һаҡлаусылар, алға!» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй спорт уйыны ойоштора.
Был сара Рәсәй Президенты В.В. Путиндың инициативаһы буйынса үткәрелә.
Туристик ярыштарҙа, походтарҙа, слеттарҙа, экспедицияларҙа, конференцияларҙа, конкурстарҙа ҡатнашыу тыуған яҡты өйрәнеүҙә баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә.
Педагогтар шулай уҡ тәбиғәтте өйрәнеүгә һәм уны һаҡлауға ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында ҙур эш алып бара, ер тураһында фәндәрҙе бергәләп өйрәнәләр.
Ҡала һәм район мәктәптәре уҡыусыларының сығыштары ысын байрам бүләк итте.
Улар мәҙәниәт һәм спорт өлкәләрендә ҡаҙаныштарын күрһәтте, йырланы, бейене, яңы кейем өлгөләре күрһәтте, үҙҙәренең һәләттәрен асты.
Балалар ижады йортона-65!
Ошо йылдар дауамында ул балаларҙың һәләтен асырға булышлыҡ итә, бында хыялдар ысынбарлыҡҡа аша, яңынан-яңы үрҙәр яулана.
Педагогтарға ата-әсәләргә, балаларға ҡарата әйтелгән йылы ҡотлау һүҙҙәре уларҙың арыу-талыуһыҙ хеҙмәте өсөн ҙур баһа булды.
Читайте нас: