+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
27 Июнь 2019, 16:40

Иңдәрҙә беҙ ҡанат тоябыҙ...

Ҡаланың үҙәк майҙанына сығарылыш кисәһенә килеүселәр был көндө оҙаҡ онотмаҫ, моғайын.

Ҡаланың үҙәк майҙанына сығарылыш кисәһенә килеүселәр был көндө оҙаҡ онотмаҫ, моғайын.
Сығарылыш кисәләре йыл һайын киң күләмдә, күмәк кеше ҡатнашлығында күңелле һәм матур үтә. 2016 йылдан бирле ул “Сығарылыш кисәләре беҙҙеңсә!” тип атала. Бына инде бер нисә йыл рәттән ҡаланың үҙәк майҙанында сығарылыш класс уҡыусыларын хакимиәт тарафынан саҡырылған артистар ҡотлай.
Райондың “алтын запасы” – иң ныҡышмал, белемле, зирәк сығарылыусыларҙы ҡотлау матур йолаға әүерелде.
Сараның тантаналы өлөшөндә Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы Илгиз Фәнил улы Мөхәмәтйәнов 28 сығарылыусыға “Уҡыуҙағы уңыштары өсөн” миҙалын, ә уларҙың ата-әсәләренә рәхмәт хаттары тапшырҙы. 4-се лицейҙа һәм 5-се гимназияла ете кеше, 7-се урта мәктәптә алты кеше мәктәпте миҙал менән тамамланы. 3-сө башҡорт гимназия-интернатынан – дүрт, лицей-интернаттан – өс, 1-се урта мәктәптән бер сығарылыусы миҙал алды.
Йыйылыусыларға йылы ҡотлау һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итеп, район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов тантана сәбәпселәренә үҙҙәренең һәләттәрен тормошҡа ашырыуҙарын, кәрәкле һөнәр алыуҙарын, маҡсатҡа ынтылыуҙарын һәм һәр саҡ алға барыуҙарын теләне.
Ҡала һәм район мәктәптәре сығарылыусыларын бергә туплаған флэш-моб кисәнең бер биҙәгенә әйләнде.
Өфө ҡалаһынан килгән LIGHT AGAIN һәм Dj Rasta Joy музыкаль төркөмдәренең сығыштары майҙанға килеүселәр өсөн ысын сюрприз булды. Эстрада миниатюралары халыҡ театры артисы, “Теффи Регион” Бөтә Рәсәй премияһы лауреаты Артем Сигаев концерт программаһын күңелле һәм йәнле итеп алып барҙы, килгән ҡунаҡтар, йәштәр менән әңгәмәләште, шуның менән дәүләкәндәрҙең кәйефен күтәрҙе.
Байрам сараһын тағы ла бер яҡты һыҙат биҙәп ебәрҙе – кисәне алып барыусының саҡырыуы буйынса сығарылыусыһы Элина Шәймарҙанова сәхнәгә күтәрелде. Тап ошо көндө, 21 июндә, уға 18 йәш тулды! Бүләккә - сәскәләр, алҡыштар, дәртле музыка һәм, әлбиттә, матур йыр!
Сығарылыш кисәһе – ул сағыу байрам, оҙон мәктәп йылдарының романтик финалы. Ул ғүмерлеккә иҫтә ҡаласаҡ. Ғәмһеҙ баласаҡ, шаулы тәнәфестәр артта ҡалды. Алда – студент йылдары, үҙаллы тормош, яҡты киләсәк көтә.
Хәйерле юл, сығарылыусылар! Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!
Читайте нас: