+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
22 Июль 2019, 13:33

Йәш туристар ярышты

“Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы муниципаль районында балалар туризмын үҫтереү” муниципаль программа сиктәрендә Асылыкүл буйында беҙҙең райондың белем биреү учреждениелары уҡыусылары араһында туристик слет үтте.

“Башҡортостан Республикаһы Дәүләкән районы муниципаль районында балалар туризмын үҫтереү” муниципаль программа сиктәрендә Асылыкүл буйында беҙҙең райондың белем биреү учреждениелары уҡыусылары араһында туристик слет үтте. Унда ун команда: 1-се урта мәктәп, 7-се урта мәктәп, 3-сө башҡорт гимназия-интернаты, 4-се лицей, 5-се гимназия, лицей-интернат, Вперед, Суйынсы, Романовка, Суйынсы-Николаевка мәктәптәренән барлығы 98 кеше ҡатнашты.
Слет программаһында ҡаршылыҡтар һыҙатын үтеү, төрлө ярыштар, “Визитка”, крайҙы өйрәнеүселәр конкурстары ҡаралғайны. Мәрәйҙәр йыйыр өсөн командаларға ныҡ тырышлыҡ һалырға кәрәк булды. Уҡыусылар “үрмәксе”, “күбәләк”, “һаҙлыҡ” тип аталған ярыш төрҙәрен үтте, ауыш бүрәнә буйлап кисеүҙән сыҡты, ҡаза күргән иптәштәренә беренсе ярҙам күрһәтте, торған урында йүнәлеш алды, туристик еп төйнәне. Һәр кем үҙен ысын турист итеп тойоп, көсөн, таһыллығын һынаны. Бәлки, киләсәктә уларҙың берәйһе туризм менән шөғөлләнеп китер, үҙенең тыуған илен генә түгел, донъяның башҡа мөйөштәрен өйрәнер. Әммә улар тәге сынығыу алған мәктәп йылдарындағы походтарҙы һәм туристик слеттарҙы бер ҡасан да онотмаясаҡ.
Слеттың иң сағыу мәлдәренең береһе- киске усаҡ эргәһендә дуҫтарың, яңы таныштарың менән бергәләп йырлашып ултырыу. Бында балалар үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте, ыңғай тәьҫортаттар алды.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса “Б төркөмө”ндә беренсе урынды 5-се гимназия, икенсе урынды 1-се урта мәктәп, өсөнсө урынды лицей-интернат яуланы.
“С төркөмө”ндә беренсе урынға 4-се лицей, икенсе урынға 3-сө башҡорт гимназия-интернаты, өсөнсө урынға 5-се гимназия уҡыусылары сыҡты.
Шәхси иҫәптә ҡаршылыҡтар һыҙатында, ҡыҫҡа дистанцияға уҙыштарҙа 5-се гимназиянан Ангелина Минһажева, Карина Хәсәнова, Кирилл Богдановҡа, 3-сө башҡорт гимназия-интернатынан Илназ Хәкимовҡа тиңдәр булманы, иң яҡшы һөҙөмтәләр тап уларҙа.
Призлы урындар яулаған командалар һәм ҡатнашыусылар мәғариф идаралығы дипломдары, иҫтәлекле кубоктар, миҙалдар, ҡиммәтле бүләктәр менән наградланды.
Читайте нас: