+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
7 Август 2019, 16:55

Мауыҡтырғыс яңы мөмкинлектәр

Оҙаҡламай ауыл мәктәбендә белем алыу ҡалала уҡыуға ҡарағанда ла абруйлыраҡ булыр, моғайын.

Оҙаҡламай ауыл мәктәбендә белем алыу ҡалала уҡыуға ҡарағанда ла абруйлыраҡ булыр, моғайын. Районыбыҙҙың ике белем биреү учреждениеһы – Сергиополь ауылы һәм Вперед ҡасабаһы мәктәптәре – күләмле “Мәғариф” милли проекты һәм “Заманса мәктәп” федераль проектына ҡушыла. 2019 йылдың 1 сентябренән был уҡыу йорттарында гуманитар һәм һанлы профилдә белем биреүҙең “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре эш башлай.
Был үҙәктәрҙең тап ауыл мәктәптәрендә ойошторолоуы осраҡлы түгел. Уның маҡсаты – ауыл мәктәптәрен яңы, заманса кимәлгә күтәреп, унда йәшәгән, белем алған балаларға һанлы технологияларҙы тулыһынса үҙләштереү, тейешле күнекмәләр алыу, ижади һәләттәрен үҫтереү мөмкинлеге биреү. Матди-техник база булдырыу өсөн ике уҡыу йортона ла федераль ҡаҙнанан миллион ярым һумдан күберәк аҡса бүленә. Был аҡсаға тейешле ҡорамалдарҙың иң яңы, иң алдынғы һәм күп функциялы өлгөләре һатып алынасаҡ.
Бөгөн беҙ Сергиополь урта мәктәбе директоры Галина Николаевна Шестопалова менән әңгәмәләшәбеҙ:
- Бөгөн әлеге үҙәк урынлашасаҡ кабинеттарҙа район бюджетынан өҫтәмә рәүештә бүленгән аҡса иҫәбенә капиталь ремонт бара. Бер бүлмә – “Информатика”, “Хәүефһеҙ йәшәү нигеҙҙәре”, “Технология” йүнәлештәре буйынса проект эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү, икенсеһе һанлы һәм гуманитар йүнәлештәрҙә күнекмә биреү маҡсатында йыһазландырыла. Үҙәктең матди базаһы быға тиклем төшкә лә инмәгән заманса компьютерҙарҙан, интерактив комплекстарҙан, күп функциялы һанлы ҡоролманан, барлыҡ материалдары, башҡа йыһаздары менән 3D-принтерынан, фото-видеокамеранан, ике квадрокоптерҙан, виртуаль ысынбарлыҡ шлемынан, һанлы штангенциркулдән һәм башҡа төрлө ҡорамалдарҙан торасаҡ. Технология кабинеты өсөн ябай һәм электр менән эшләүсе ҡоралдар: лобзиктар, дрелдәр, шөрөп борғостар һәм башҡа инструменттар ҡаралған. Хәүефһеҙ йәшәү рәүеше дәрестәрендә уҡыусылар махсус тренажер манекендарында беренсе ярҙам күрһәтеү күнекмәләре аласаҡ.
Үҙәкте йыһазлауҙа шулай уҡ шахмат уйнарға өйрәтеү өсөн шарттар ҡаралған. Унда өҫтәлдәр, ултырғыстар, таймер-сәғәттәр, шахмат комплекттары инә. Барыһы ла уйлап эшләнелгән, хатта үҙәктәге йыһаздарҙың төҫтәре лә тыныс тондар һәм, киреһенсә, күтәренке кәйеф тыуҙырырлыҡ сағыу акценттар берләшмәһенән тора. Үҙәктә белем бирәсәк уҡытыусылар әлеге ваҡытта махсус уҡыу һәм әҙерлек курстары үтә. Шулай итеп, 1 сентябрҙән уҡыусыларыбыҙ алдында яңы офоҡтар асырбыҙ, “Үҫеш нөктәһе” балаларҙы тартып торған үҙәккә әүерелер, уларҙа ижад менән ҡыҙыҡһыныу, яңы белемдәргә ынтылыш уятыр тип ышанабыҙ. Был башланғыста элегә республиканың 133 ауыл мәктәбе ҡатнаша, һәм беҙ улар араһына инеүебеҙгә, районда был йәһәттән юл ярыусылар булыуыбыҙға бик шатбыҙ. Киләсәктә бындай үҙәктәрҙе республиканың башҡа мәктәптәрендә лә ойоштороу күҙҙә тотола.
Шуныһын да өҫтәп әйтергә кәрәк: Сергиополь урта мәктәбе быйыл “Ауыл мәктәптәрендә спорт залдарын реконструкциялау” тип аталған тағы бер проектта ҡатнаша. Унда ауыл ерендәге белем биреү ойошмаларында физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыу ҡаралған. Ошо партия проекты сиктәрендә спорт залын капиталь ремонтлау, иҙәндәрҙе һәм йылытыу системаһын тулыһынса алмаштырыу күҙҙә тотола. Был маҡсатта республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленә. Бынан тыш, район хакимиәте ярҙамы менән залдың түшәме һәм стеналары ремонтланды. Шуға күрә балалар яңы уҡыу йылын ялт итеп торған иркен йәмле спорт залында башлар, был иһә уларҙы спорт һәм физик культура йәһәтенән яңы бейеклектәргә илһамландырыр тип ышанабыҙ.
Сергиополь урта мәктәбе үҙ территорияһының яңы ҡоймалары менән дә маҡтана ала. Ихата матур 3D-панелдәре менән тулыһынса уратылған, ҡапҡа алды зауыҡлы итеп эшләнгән. Өҫтәүенә, ҡойма материалы егерме йыл дауамында тутығыуҙы белмәйәсәк, уны буярға ла кәрәкмәй. Уны һатып алыу өсөн аҡса район бюджетынан бүленгән, ә техника менән урындағы эшҡыуар С.Б. Рихтер ярҙам күрһәткән.
Яңы уҡыу йылы башланыуын белдереп шылтыраясаҡ тәүге ҡыңғырау тантанаһына айҙан да аҙыраҡ ваҡыт ҡалды, һәм мәктәп балаларҙың шат тауыштарына, көлөшөүенә күмеләсәк. Алдағы йыл ниҙәр килтерер – ваҡыт күрһәтер. Әлегә иһә буяу һәм штукатурка еҫе аңҡыған буш бүлмәләрҙә һәм коридорҙа әҙерлек эштәре дауам итә. Мәктәп уҡыусыларҙы йәлеп итеп, үҙенә саҡырып торған уңайлы ла, ҡыҙыҡлы ла үҙәккә әүерелһен, балалар унда көн һайын ашҡынып килһен өсөн өлкәндәр бөгөн барлыҡ көсөн һала.
Читайте нас: