Яңыртылған балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәрен көтә
Йәйге көндәрҙә райондың барлыҡ мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында ла тиерлек ремонт эштәре башҡарылды.
Комсомол урамы буйлап үткән һәр кем ғәжәйеп матур, сағыу, әкиәти кескәй ҡаласыҡҡа – 11-се “Дюймовочка” балалар баҡсаһына күҙ төшөрөп үтә. Был учреждение беҙҙең ҡалала 1982 йылдан бирле эшләп килә. Бөгөн ул – заманса, яңыртылған учреждениеларҙың береһе, бында 1,5 йәштән ете йәшкә тиклемге 175 бала йөрөй.
Балалар баҡсаһы территорияһы гөл-сәскәгә күмелгән, ағас-ҡыуаҡтар тәрбиәләп ҡаралған, төрлө саралар һәм уйындар үткәреү өсөн махсус майҙансыҡ йыһазландырылған. Был гүзәллек тәрбиәселәрҙең, ата-әсәләрҙең ҡулдары менән булдырылған. Учреждениеға алты йыл Виктория Викторовна Горяева етәкселек итә.
- Беҙҙә ете төркөм эшләй. 2016 йылда балалар баҡсаһы “Уңайлы мөхит” программаһына инде. Педагогтар балаларҙың телмәре дөрөҫ үҫешһен өсөн тырыша, - тип һөйләй ул. – Уҡытыусы-логопед И.Е. Медведева, педагог-психолог Л.Н. Стороженко тәрбиәүи эште ойошторғанда ыңғай шарттар булдырыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Балалар баҡсаһы шулай уҡ художестволы-эстетик йүнәлеш буйынса һөҙөмтәле эш алып бара.
Музыкаль етәксе Т.В. Харенконың эше балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә, музыка һәм хәрәкәттәр аша донъяны танып белеүгә ҡоролған.
Тағы ла бер мөһим йүнәлеш – экологик белем биреү. Һәр яҙ балалар баҡсаһында бағыусылары, пенсионер Ғиндулла Ғиниәт улы Рәхмәтуллин етәкселегендә “Ағас ултырт” тигән акция үтә, унда балалар үҫентеләрҙе дөрөҫ итеп ултыртырға һәм тәрбиәләргә өйрәнә.
“Ауыл ихатаһы” – балаларҙы ауыл тормошо үҙенсәлектәре менән таныштырыу өсөн бүленгән махсус мөйөш шулай атала.
Театр йылы менән бәйле тағы ла бер йүнәлеш – сәхнә өҙөктәре күрһәтеү. Тәрбиәләнеүселәр үҙҙәрен сәхнәлә ихлас һынап ҡарай.
Шәфҡәт туташы Л.К. Ғимранова бәләкәстәрҙең сәләмәтлеген даими күҙәтеүҙә тота. Ашнаҡсылар Г.И. Ғәниева, А.Т. Козлова, С.В. Моисеенкова көнөнә биш тапҡыр тәмле һәм туҡлыҡлы ризыҡтар әҙерләй.
Йәйге осорҙа булған ыңғай үҙгәрештәрҙе билдәләп, ата-әсәләр ҙур ихласлыҡ менән сабыйҙарын балалар баҡсаһына килтерә. Был эштәрҙең барыһы ла Дәүләкән районы муницпаль район хакимиәте ярҙамында башҡарылған, бинаны ремонтлауға урындағы бюджеттан аҡса бүленгән. Яуаплылығы сикләнгән “Мир” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре тарафынан 36 тәҙрә алмаштырылған, дүрт ишек ҡуйылған. Бынан тыш, ГОСТ талаптарына ярашлы эвакуациялау баҫҡысы монтажланған. Дәүләкән ҡойоу-механика заводы был бурысты тейешенсә атҡарып сыҡҡан. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында шулай уҡ буяу, ағартыу эштәре башҡарылған.
Ремонтта балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре әүҙем ҡатнашҡан, учреждение администрацияһы шулай уҡ ярҙам күрһәткәндәре өсөн ата-әсәләргә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Бер ай эсендә бында бинаны тулыһынса ремонтлағандар һәм яңы уҡыу йылына ниәтләгән пландарын тормошҡа ашырғандар.
Тәү сиратта – балаларҙың хәүефһеҙлеге
Ҡала һәм райондың барлыҡ балалар баҡсаларында хәүеһеҙлекте күҙәтеү йәһәтенән эштәр башҡарылған.
Мәҫәлән, 2-се балалар баҡсаһында бөтә дүрт бинала ла электр менән тәьмин итеү системаһы яңыртылған. Яуаплылығы сикләнгән “Мир” йәмғиәте (директор А.Г. Пискунова), яуаплылығы сикләнгән “Сантехэлектромонтаж” йәмғиәте (директор О.В. Даниленко)
хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты тейешенсә үтәгән.
8-се балалар баҡсаһында яуаплылығы сикләнгән “Колорит” йәмғиәте өсөнсө бинала ремонт эштәре башҡарған (директор А.С. Никитина).
1-се, 4-се, 9-сы балалар баҡсаларында эвакуация юлдары янғын хәүефһеҙлеге нормаларына тап килтерелгән. “Уңайлы мөхит” дәүләт программаһы сиктәрендә 9-сы балалар баҡсаһында мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн шарттар булдырылған. Бынан тыш, ҡала һәм райондың дөйөм белем биреү мәктәптәре ҡарамағында булдырылған барлыҡ мәктәпкәсә төркөмдәрҙә ҡыйыҡтар һәм фасадтар нығытылған, иҙәндәр, стеналар буятылған, коридорҙарҙа косметик ремонт эшләнгән, баҫҡыс майҙансыҡтары, тирә-яҡ территория тәртипкә килтерелгән. Тикшереү органдары тарафынан аҙыҡ-түлек блоктары һәм складтарҙың әҙерлеге, матди-техник шарттар тикшерелгән.
Сабыйҙар төрлө яҡлап үҫешкән, һау-сәләмәт, бәхетле булып үҫһен өсөн ҡала һәм райондың балалар баҡсаларында, әҙерлек төркөмдәрендә бөтә шарттар бар.