+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
28 Август 2019, 19:20

Белем көнө күсерелә

Уҡыусыларҙы шатландырып йәйге каникулдар тағы ла бер көнгә оҙая.

Уҡыусыларҙы шатландырып йәйге каникулдар тағы ла бер көнгә оҙая. Быйыл 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килеү сәбәпле, Белем көнө күсерелә.
Беҙҙең районда тантаналы линейкалар бөтә дөйөм белем биреү учреждениеларында ла дүшәмбе, 2 сентябрҙә уҙасаҡ. Шуға күрә тәүге уҡыу аҙнаһы ла ҡыҫҡараҡ була.
1 сентябрҙән бөтә мәктәптәрҙә лә алты көн урынына биш көнлөк уҡыу аҙнаһы индерелә. Башланғыс кластар элек тә биш кенә көн уҡыһа, юғары класс уҡыусылары өсөн был яңылыҡ булып тора.
Биш көнлөк уҡытыуға күсеү беҙҙең районда ағымдағы йылдың апрель айында уҡ башланғайны. Ҡалабыҙҙың ҡайһы бер мәктәптәренең бишенсе, алтынсы класс уҡыусылары шәмбе көндәре ял итһә, хәҙер инде биш көнлөк уҡыу аҙнаһы райондың бөтә мәктәптәрендә лә буласаҡ.
Быйыл райондың ҡала мәктәптәрендә 390, ауыл мәктәптәрендә 104 ҡыҙ һәм малай өсөн ҡыңгырау тәүге тапҡыр шылтырай.
Читайте нас: