+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
29 Август 2019, 11:19

Йәй – сәйәхәттәр, асыштар осоро

Күп балалар төрлө экскурсияларға, походтарға, сәйәхәттәргә йөрөргә ярата. Суйынсы урта мәктәбе уҡыусылары былтыр, мәҫәлән, республиканың матур мөйөштәренең береһенә – «Еңеү» мәмерйәһенә барып ҡайтҡайны. Маршрут бик ҡыҙыҡлы булды.

Күп балалар төрлө экскурсияларға, походтарға, сәйәхәттәргә йөрөргә ярата. Суйынсы урта мәктәбе уҡыусылары былтыр, мәҫәлән, республиканың матур мөйөштәренең береһенә – «Еңеү» мәмерйәһенә барып ҡайтҡайны. Маршрут бик ҡыҙыҡлы булды. Өршәк йылғаһы ярҙарында тау тоҡомдары менән таныштыҡ, артабан Ғафури районының Инйылға ауылында дөйәғош фермаһын ҡараныҡ, Табын ауылындағы ҙур православие ҡорамында булдыҡ һәм, ниһәйәт, Еҙем йылғаһы буйындағы «Еңеү» мәмерйәһенә индек.
Ә быйыл республикабыҙҙың иң иҫтәлекле урындарының береһе – Торатауҙы күрергә теләк белдерҙек. Беҙҙең төркөм тәүге туҡталышын Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында яһаны. Унда беҙгә шихандарҙың барлыҡҡа килеү тарихы, ҙурлығы буйынса республиканың икенсе ҡалаһына нигеҙ һалыу һәм төҙөү тураһында һөйләнеләр. Беҙ иһә яҡын-тирәләге райондар кешеләренән Стәрлетамаҡта ойошторолған 170-се уҡсылар дивизияһы тураһында күберәк белергә теләнек, сөнки уның составында беҙҙең ауылдаштар ҙа булған. Был дивизия һуғышсылары 1941 йылдың июнендә фашистар һөжүмен беренселәрҙән булып ҡабул иткән, күптәре ошо алышта уҡ батырҙарса һәләк булған. Дивизияның данлы үткәненә арналған экспонаттар беҙҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы ҡоралдарҙы малайҙар айырыуса ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Ҡаланан сығып китер алдынан Хәлит ибн Вәлит мәсетен ҡараныҡ. Ул тыштан ифрат матур, ә эстә бер ниндәй ҙә зиннәтле нәмә күренмәне – барыһы ла ябай һәм урынлы. Артабан беҙҙең автобус Ишембай районында урынлашҡан Торатауға юл тотто. Төркөмөбөҙ етәксеһе Рәмил Вәкил улы Фәйезов Стәрлетамаҡ эргәһендәге шихандар хаҡында күп мәғлүмәт бирҙе. Торатау республика әһәмиәтендәге комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы булып һанала. Боронғо башҡорттар уны изге урын тип иҫәпләгән. Етәксебеҙҙе тыңлағанда, автобус тәҙрәһе аша бейек тауҙар яғына ҡарай-ҡарай беҙ тиҙерәк уларҙы яҡындан күрергә ашҡындыҡ.
Һәм бына, ниһәйәт, мәғрур тау эргәһенә килеп еттек! Тәүҙә 225 метрҙы үрләүе еңел генә күренһә лә, бер нисә тиҫтә метр үтеү менән бының бик ябай булмаясағын аңланыҡ. Эзбизташ аяҡ аҫтынан ҡойолоп, шыуып тора. Унда ҡабырсаҡтар, ташҡа әүерелгән мәрйендәр осрай. Тау битләүендә дала үҫемлектәре күренә, урыны-урыны менән яланғас аҡ ҡаялар ҙа бар. Улар араһында төрлө ҡыуаҡтар үҫә. Юлдағы ауырлыҡтарҙы еңеп, тау түбәһенә лә еттек. Океан кимәленән 405 метр бейегерәк нөктәлә баҫып тороуыңды белеү тулҡынландыра. Тирә-йүнгә күҙ һалһаң, хатта тын ҡыҫылғандай була. Аҫта ҡалған беҙҙең автобус шырпы ҡабындай ғына күренә. Алыҫта Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары күренә, ә Ишембай томан солғаныуында ҡалған. Стәрлетамаҡҡа яҡын ғына ҙур аҡ майҙан ярылып ята – был юҡ ителгән Шахтауҙың урыны икән.
Тау итәгендә «Торатау йыйыны»на һуңғы әҙерлек эштәре бара. Тирмәләр ҡоролған, ҙур сәхнә ҡуйылған, ат сабышы өсөн юл һәм башҡалар әҙерләнгән. Өҫтән ҡарағанда улар барыһы бергә әкиәт ҡалаһын хәтерләтә. Тауҙан төшөүе лә бик еңелдән булманы. Шулай ҙа ҡыуаҡтарға тотона-тотона, ҡайһы мәлдә дүрт тағанлап, имен-аман был юлды ла үттек. Аҫта беҙҙе дежурҙа ҡалған дуҫтарыбыҙ һәм автобус шоферы тәмле аш менән ҡаршы алды. Был онотолмаҫ көн беҙгә республикабыҙҙың тағы бер гүзәл мөйөшө менән танышыу мөмкинлеге бүләк итте.
Бай мәғлүмәт, әллә күпме яңылыҡ, онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырған был фәһемле экскурсияны ойоштороуҙа шәхси эшҡыуар И.Ғ. Камаловтың, Суйынсы урта мәктәбе директоры Р.В. Фәйезовтың, шулай уҡ атай-әсәйҙәребеҙҙең ярҙамы ҙур булды.
Читайте нас: