+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
16 Сентябрь 2019, 15:55

Сәләмәтлек көнө барыбыҙға ла файҙалы

3-сө башҡорт гимназия-интернатында үткән Сәләмәтлек көнөндә белем биреү усағы балаларҙың шат тауыштарынан яңғырап торҙо.

Башланғыс класс уҡыусылары теләп ҡатнашҡан «Күңелле старттар» айырыуса оҡшаны. Ҡыҙҙар һәм малайҙар сәмләнеп ярышты, берәү ҙә алдынғылыҡты бирергә теләмәне. Көйәрмәндәр иһә үҙ командаларын дәртләндереп торҙо, еңеүгә ынтылдырҙы.
Ошондай саралар балаларҙы берләштерә, дуҫлыҡ, бер-береңә ярҙам итеү, дуҫлыҡ тойғолары тәрбиәләй.
Читайте нас: