Республикала мәктәпкәсә учреждение хеҙмәткәрҙәре көнө һәм мәктәпкәсә белем биреүҙең 100 йыллығы билдәләнә
Балалар баҡсаһында сабыйҙар тәүге белемен ала, тиҫтерҙәре менән аралаша, уйнай, үҙҙәренең ижади һәләтен үҫтерә. Бында уларға кемдәр ярҙамға килә? Тәрбиәселәр, әлбиттә. Тәүге педагогтар. Беренсе остаздар. Мәрхәмәтлеләр, һиҙгерҙәр. Ҡайһы ваҡытта талапсандар, әммә йыш ҡына – тәрбиәләнеүселәре кеүек үк күңелсәктәр.
Бөгөн Дәүләкәндә 15 мәктәпкәсә учреждение эшләй: ҡалала – 12, ауылдарҙа – 3 балалар баҡсаһы. Шулай уҡ 15 мәктәпкәсә төркөм: ҡалала 1-се мәктәп ҡарамағындағы мәктәпкәсә төркөм, ҡалғандары райондың күп халыҡ йәшәгән пункттарында. Яҡын арала Иҫке Мерәҫ ауылында 20 балаға иҫәпләнгән тағы ла бер мәктәпкәсә төркөм асыласаҡ.
Районда мәктәпкәсә учреждениеларға йәш ярымдан ете йәшкә тиклемге 1723 бала йөрөй, 146 педагог эшләй. Улар тәрбиәселәр, музыкаль етәкселәр, физкультура буйынса инструкторҙар, психологтар, логопедтар. Бөтәһе лә тәжрибәле белгестәр, күптәре үҙ һөнәренә тиҫтәләрсә йылдарын бағышлаған. Ә кемдер ғаилә династияһын дауам итә.
Ундай ғаиләләр беҙҙә аҙ түгел. Мәҫәлән, улар иҫәбендә - «Ромашка» балалар баҡсаһы мөдире Ирина Алексеевна Скорина. Ул әсәһе Валентина Ивановна Михайлова өлгөһөндә үҙ һөнәренә 30 йыл элек килгән. Ә хәҙер балалар баҡсаһында уның ҡыҙы Марина Юрьевна Йәрмөхәмәтова эшләй. Был династияның дөйөм стажы – 74 йыл. Һәм был әле сик түгел. Октябрь аҙағында улар «Иң яҡшы педагогик династия» төбәк-ара конкурсында беҙҙең районды тәҡдим итә.
Балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренең күбеһе педагогик эшмәкәрлек менән генә сикләнеп ҡалмай. Улар төрлө кимәлдәге ижади фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡатнаша. Иң мөһимдәрҙең береһе - «Йыл уҡытыусыһы». Быйыл республика этабында Дәүләкәндән 8-се «Ладушки» балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе – шул уҡ исемдәге муниципаль конкурста ҡатнашыусы Елена Михайловна Дуняшева ҡатнаша.
Әммә мәктәпкәсә учреждение хеҙмәткәрҙәренең төп бурысы – уҡытыу процесы. Был балаларҙы мәктәп тормошона әҙерләү, уларҙы художество-эстетик, физик яҡтан һәләттәрен, шулай уҡ телмәрен үҫтереү. Бөгөн районда бындай эште 9-сы «Малышка» балалар баҡсаһы белгестәре алып бара.
Ул ҡатнаш төрҙәге мәктәпкәсә учреждение булып тора. Быйыл өс төркөм булдырылған, унда телмәрҙәре боҙолған балалар йөрөйәсәк. Улар менән логопедтар һәм районда берәү генә булған белгес-дефектолог шөғөлләнә. Әле балалар баҡсаһында «Уңайлы мөхит» федераль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн шарттар булдырыла. «Үҙенсәлекле» балалар райондың башҡа балалар баҡсаларына ла йөрөй. Улар өсөн махсус уҡыу алымдары ҡаралған.
Тәрбиәсе һөнәре ҡатмарлы һәм яуаплы, һәр минуты иғтибар талап иткән көндәлек хеҙмәт. Кескәйҙәрҙең һөйөүен һәм ихтирамын мәрхәмәтлек һәм хәстәрлек менән генә яулап алырға мөмкин. Беҙ бөтә мәктәпкәсә учреждение хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ!