+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
27 Сентябрь 2019, 14:30

Мәктәпкәсә йәш – бала тормошонда айырыуса мөһим һәм яуаплы осор

Бөгөн Рәсәйҙә Тәрбиәселәр һәм бөтә мәктәпкәсә учреждениелар хеҙмәткәрҙәре байрамы билдәләнә.

Бөгөн Рәсәйҙә Тәрбиәселәр һәм бөтә мәктәпкәсә учреждениелар хеҙмәткәрҙәре байрамы билдәләнә.
Ул 2004 йылда Рәсәйҙең ҡайһы бер педагогик баҫмалары инициативаһы буйынса булдырылған һәм мәктәпкәсә программалар авторҙары, балалар баҡсалары педагогтары, ата-әсәләр тарафынан яҡлау тапҡан.
Ҡайһы бер билдәләүҙәр буйынса был дата 1863 йылда Санкт-Петербургта тәүге асылған балалар баҡсаһы көнөнә тура килтерелгән.
Байрамдың идеяһы - йәмәғәтселектең иғтибарын балалар баҡсаһына һәм мәктәпкәсә йәштәге балаларға күберәк йүнәлтеү.
Ул рәсми рәүештә раҫланмаһа ла, был көндө Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы саралар үткәрелә.
Һәр баланың яҙмышы тәрбиәсенең тәрән аҡылына, түҙемлегенә, баланың эске донъяһына иғтибарына бәйле.
Беҙ һеҙҙең мәрхәмәтлегегеҙ һәм педагогик оҫталығығыҙ кескәйҙәрҙең һәр көнөн шатлыҡҡа әйләндереүенә ышанабыҙ!
Читайте нас: