+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
30 Сентябрь 2019, 11:38

Үҫеш нөктәһе – яңы мөмкинлектәр башы

24 сентябрҙә районыбыҙҙың ике дөйөм белем биреү мәктәбендә бер юлы «Үҫеш нөктәһе» һанлы һәм гуманитар белем Үҙәктәре асылды.

24 сентябрҙә районыбыҙҙың ике дөйөм белем биреү мәктәбендә бер юлы «Үҫеш нөктәһе» һанлы һәм гуманитар белем Үҙәктәре асылды.
«Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» федераль проекты сиктәрендә бындай үҙәктәр бәләкәй ҡалалар һәм ауылдар мәктәптәрендә урынлашҡан дөйөм белем биреү ойошмаларының структура бүлексәләре итеп булдырыла һәм уҡыусыларҙа заманса компетент күнекмәләр формалаштырыуға йүнәлтелә.
Сергиополь, Вперед ауылдарының дөйөм белем биреү мәктәптәре педагогтары, уҡыусылары өсөн был көн мөһим ваҡиғаға һәм ысын байрамға әйләнде. Шулай булмай ни, федераль проект сиктәрендә был мәктәптәр яңы заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған ике функциональ зонаға әйләнде.
Үҙәктәрҙе рәсми асыу тантанаһына Дәүләкән районы муниципаль район башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов, социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары Ю.А. Кузнецов, Дәүләкән районы мәғариф идаралығы начальнигы Н.В. Кузовова, ауыл Советтары етәкселәре, урындағы шәхси эшҡыуарҙар, фермерҙар һәм уҡыусыларҙың ата-әсәләре килде.
Матур кейемдәр кейгән балалар почетлы ҡунаҡтарҙы йыр-бейеүҙәр менән ҡаршы алды.
Көндөң тап яртыһында бөтә Рәсәй Федерацияһы буйынса телекүпер ярҙамында ойошторолған «Үҫеш нөктәһе» Үҙәктәрен тантаналы асыу марафоны старт алды. Унда районыбыҙҙың уҡыу йорттары ҡатнашты.
«Үҫеш нөктәһе» Үҙәге нимәне күҙ уңында тота һуң? Был бер стилдә проект символикаһы менән биҙәлгән, заманса йыһаз, ә иң мөһиме – дәрестәр өсөн юғары кимәлдәге ҡоролмалар урынлаштырылған ике кабинет. Балаларға уҡыу, үҫешеү, мөмкинлектәрен күрһәтеү һәм ваҡыттарын бушҡа сарыф итмәү өсөн бында ноутбуктар, интерактив комплекс, 3-D принтер, виртуаль ысынбарлыҡ шлемы, көҙгөлө фотокамера, квадрокоптер, Легo конструкторҙары, электр лобзиктары, шөрөп борғос-дрелдәр, һанлы циркулдәр, йөрәк-үпкә реанимацияһы үткәреү өсөн тренажер-манекендар, яралар һәм йәрәхәтләнеүҙәр имитатор-йыйылмалары, ҡулдар һәм аяҡтар өсөн тимер сымдан эшләнгән шиналар, аптечкалар һ.б. ҡуйылған.
Уҡыу ваҡыттарында бында хәүефһеҙ йәшәйеш нигеҙҙәре, технология һәм информатика дәрестәре үтеүе, ә дәрестәрҙән тыш проект-тикшеренеү эштәре алып барыу һәм уҡыусыларҙың буш ваҡыттарын файҙалы үткәреү планлаштырылған. Балаларға уңайлы булһын өсөн бында шахмат бүлмәһе, шәхси күнекмәләр урындары, йомшаҡ урындыҡтар ҡуйылған ял һәм комфорт зонаһы урынлашҡан.
Был көндө уҡыусылар һәм педагогтар йыйылыусыларға яңы асылған Үҙәктең мөмкинлектәрен күрһәтте. Әйтеп китергә кәрәк, проект сиктәрендә Үҙәктәрҙә эшләйәсәк педагогтар яңы ҡоролмаларҙы тулы ҡеүәтенә файҙаланыу серҙәрен алдан ойошторолған уҡыуҙар ваҡытында өйрәнде. Уҡыусылар сәнәғәт дизайны, ГЕО мәғлүмәт технологиялары, виртуаль ысынбарлыҡ, 3D моделләү һәм 3D баҫма өйрәнә, электр-механик инстументтар менән эш итеүҙә һәм тәүге медицина ярҙамы күрһәтеүҙә үҙ көстәрен һынап ҡарай ала.
Был көндө бөтә ил буйынса 249 «Үҫеш нөктәһе» Үҙәктәре асылды. Һанлы һәм гуманитар профилдәге мәғариф Үҙәктәренең эше заманса уҡытыуҙың сифатын үҫтереү мөмкинлектәрен арттыра. Үҙәктәр йәмғиәт арауығында дөйөм мәҙәниәт компетенцияһын, һанлы аңлылыҡты, шахматта уйнау оҫталығын, проект хеҙмәттәшлеген, балаларҙың, педагогтарҙың һәм ата-әсәләрҙең ижади, социаль үҫешен арттырыу урынына әйләнәсәк, заманса технология һәм гуманитар оҫталыҡтар формалаштырыуҙы тәьмин итәсәк. Үҫеш нөктәһе – белемде арттырыу, ижад, уйлап табыу һәм хеҙмәттәшлектең уникаль территорияһы.
Читайте нас: