+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
3 Октябрь 2019, 17:39

Мөғжизәләр оҫтаханаһында

Уның мәктәптәге оҫтаханаһында һәр саҡ ҡарағай еҫе аңҡый, ә токарь станогында тирә-яҡҡа ағас юнысҡыһы оса.

Уның мәктәптәге оҫтаханаһында һәр саҡ ҡарағай еҫе аңҡый, ә токарь станогында тирә-яҡҡа ағас юнысҡыһы оса. Беҙҙең бөгөнгө һанлы технологиялар заманында уның дәрестәрендә малайҙар кеҫә телефонын онотоп, бер-береһен уҙҙырырға тырышып ағастан төрлө әйберҙәр яһай. Уларға бында бик оҡшай. Был педагогтың дәресенә ҙур теләк менән йөрөүҙәрен башҡаса нисек аңлатаһың?
Беҙҙең бөгөнгө һүҙебеҙ 4-се лицейҙың технология уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Валерий Фәйзр улы Шәрәфетдинов тураһында булыр. 1989 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының «Һынлы сәнғәт, һыҙыу һәм хеҙмәт» факультетын тамамлай. Һәләтле һәм эшһөйәр егетте биҙәкләп яһау сәнғәте кафедраһында мастер итеп эшкә ҡалдыралар. Туғыҙ йыл эшләгәндән һуң уға тыуған ауылы Суйынсы мәктәбенә ҡайтырға тура килә. Башта өлкән класс егеттәрен тракторҙа йөрөтөргә өйрәтә, бер аҙҙан технология дәрестәрен уҡыта башлай.
Һуңғы 18 йылда В.Ф. Шәрәфетдинов 4-с лицейҙа техноллогия дәрестәрен алып бара. 5-се кластар уҡыусыларына ағас һәм тимер менән эшләү серҙәрен төшөндөрә, шул уҡ ваҡытта робототехника һәм лазер менән киҫеү нигеҙҙәре дәрестәре лә уға йөкмәтелгән.
Дәрестәрҙән тыш «Мөғжизәле оҫтахана» түңәрәген алып бара, ул үҙенең исемен тулыһынса аҡлай.
Уҡытыусының төп эше – ағас менән эшләү. Ҡыҙыҡһыныусан малайҙар менән бергәләп ижад итә, уларҙы оҫталыҡ серҙәренә төшөндөрә, шуның менән уҡыусылары араһында ҙур хөрмәт һәм абруй ҡаҙана. Ошонда уҡ бергәләп башҡарған эштәрен – йөн иләгестәр, ҡымыҙ тултырыу өсөн һауыттар, вазалар, кубоктар күрергә мөмкин. Ағас велосипед үҙе генә ни тора! Ундай башҡа бер ерҙә лә юҡ.
Бөтә малайҙарҙың да үҙ ҡулдары менән ниндәй ҙә булһа әйбер яһап ҡарайһы килә. Бында уларға Валерий Фәйзр улы ярҙамға килә.
2009 йылдан уның уҡыусылары технология буйынса Бөтә Рәсәй предмет олимпиадаларында ҡатнаша һәм призер була. Ошо лицей сығарылыусыһы Игорь Чернигов 2017-2019 йылдарҙа өс тапҡыр олимпиадала еңеп сыҡты һәм Валерий Фәйзр улы менән Армавир һәм Санкт-Петербург ҡалаларына финалға барҙы. Бөтә Рәсәй кимәлендәге уңыштар Валерий Фәйзр улының эш һөҙөмтәһе булып тора, райондың мәғариф системаһына үҙ өлөшөн индерә.
Валерий Фәйзр улының утыҙ йыл дауамында уҡыусыларҙы уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә индергән өлөшө район етәкселеге тарафынан тейешенсә баһаланған һәм юғары кимәлдә танылған. Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путин илебеҙҙең бер төркөм педагогтарына Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы исемен биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Улар араһында беҙҙең райондың мәғариф системаһының лайыҡлы вәкиле – В.Ф. Шәрәфетдинов та бар.
Читайте нас: