+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
3 Октябрь 2019, 17:32

Сағыу «Таланттар йондоҙлоғо»

Районда мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар

Районда мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәрен ҡотланылар
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары үҙҙәренең һөнәри байрамдарын үҙенсәлекле байрам программаһы менән билдәләне. Эшмәкәрлектәре илебеҙҙең иң йәш граждандарын тәрбиәләүгә арналған кешеләр көн һайын сабыйҙарға күңел йылыһын өләшә, улар өсөн изгелек, киң күңеллелек өлгөһө булып тора, малайҙарға һәм ҡыҙҙарға һәләттәрен асырға ярҙам итә. Беҙҙең райондың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында ошондай ижади, төрлө яҡлап үҫешкән кешеләр эшләй.
Был көндө улар район Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм Мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған байрам программаһында балҡыны. Уларҙың сағыу концерт номерҙары, жанр төрлөлөгө, матур костюмдар, артислыҡ һәләттәре, дәртле музыка тамашасыларҙың кәйефен күтәрҙе.
«Яңғыҙ башҡарыусы» номинацияһында Ивангород ауылы балалар баҡсаһынан Зөлфирә Әйүпова, Соколовка ауылы балалар баҡсаһынан Әлфинә Ноғоманова моңлдо йырҙары менән ҡыуандырҙы. «Театр сәнғәте номинацияһында 1-се, Ленинск ауылы балалар баҡсалары коллективтары төрлө әкиәт геройҙары сифатында сығыш яһаны.
«Хореография» номинацияһында тамашасылар 12-се, 4-се, 2-се, 8-се балалар баҡсаларының бейеү төркөмдәрен ихлас алҡышланы. Яңы Яппар, Рассвет, Суйынсы-Николаевка ауылдары, 6-сы, 7-се, 5-се, 3-сө, 11-се балалар баҡсаларының мәктәпкәсә төркөмдәре вокалистарының сығыштарын залдағылар йылы ҡабул итте.
«Уйын ҡоралдарында уйнау» номинацияһында 9-сы балалр баҡсаһының ижади төркөмө айырылып торҙо. 10-сы балалар баҡсаһы коллективы «Һынлы сәнғәт» номинацияһында «Бейеүсе рәссамдар» тип исемләнгән ғәҙәти булмаған музыкаль-художестволы композиция тәҡдим итте.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Ю.А. Кузнецов, Дәүләкән районы муниципаль район Советы рәйесе урынбаҫары Р.М. Заһитова, мәғариф идаралығы начальнигы Н.В. Кузовова, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең ҡала-район профсоюз ойошмаһы рәйесе З.Т. Хәсәншина мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәренә, тармаҡ ветерандарына тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе. Намыҫлы хеҙмәттәре өсөн уларға почет грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырылды.
Читайте нас: