+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
4 Октябрь 2019, 12:25

Бар күңелен балаларға биреп

7-се урта мәктәп асылған көндән алып Дәүләтова Ғәлиә Ғилмулла ҡыҙы ошо мәктәптә бына инде 13 йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре алып бара. Үҙ һөнәренә йәне-тәне менән бирелгән педагог балаларға ысын дуҫ та, кәңәшсе лә.

7-се урта мәктәп асылған көндән алып Дәүләтова Ғәлиә Ғилмулла ҡыҙы ошо мәктәптә бына инде 13 йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре алып бара. Үҙ һөнәренә йәне-тәне менән бирелгән педагог балаларға ысын дуҫ та, кәңәшсе лә. Уны уҡыусылар ҙа, хеҙмәттәштәре лә, ата-әсәләр ҙә ихтирам итә, сөнки Ғәлиә Ғилмулла ҡыҙының дәрестәре йөкмәткеле, күңелле үтеүе менән балаларға бик оҡшай. Ул класс етәксеһе булған уҡыусылар һәр ваҡыт мәктәп тормошонда, кластан тыш эштәрҙә, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, олимпиадаларҙа, иншалар конкурстарында призлы урындарҙы яулай. Уҡыусыларының береһе, Алһыу Вәлиева, юғары белем алып, 3-сө мәктәптә инглиз теленән уҡыта. Уның уңыштарына уҡытыусыһы шатланып бөтә алмай.
Ғәлиә Ғилмулла ҡыҙының дөйөм педагогик стажы 31 йылдан артыҡ. Биш йыл дауамында 7-се мәктәптә туған телдәр буйынса директор урынбаҫары, дүрт йыл район мәғариф бүлеге методисы булып эшләй. Йәмәғәт активисы дүрт йыл Дәүләкән районы башҡорттары ҡоролтайы сәркәтибе була.
Уҡытыусының эшен баһалаусы почет грамоталары, рәхмәт хаттары ла бихисап. 2009 йылда БР Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә, 2015 йылда төбәк конкурсында «Иң яҡшы эссе» номинацияһында еңеп сыға, 2016 йылда «Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы» исемен һәм Мәғариф министрлығының грантын алыуға ирешә. Ағымдағы 2019 йыл Ғәлиә Ғилмулла ҡыҙы өсөн оло ҡыуаныс алып килде – ул «Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф алдынғыһы» тигән юғары исемгә лайыҡ булды.
Ғәлиә Ғилмулла ҡыҙын һөнәри байрамы – Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайбыҙ! Уға ижади уңыштар, яңынан-яңы яуланаһы үрҙәр, аҡыллы уҡыусылар, ғаилә бәхете һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәрт-дарман теләп ҡалабыҙ. Әле тағы оҙаҡ йылдар уҡыусыларыңды бейек белем тауҙарына етәкләп менергә яҙһын, Ғәлиә!
Читайте нас: