+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
22 Октябрь 2019, 14:01

Этношәмбе

Район мәктәптәрендә уҡыу йылының сираттағы тематик шәмбеһе – этношәмбе үтте

Район мәктәптәрендә уҡыу йылының сираттағы тематик шәмбеһе – этношәмбе үтте
Ул Башҡортостандың этник мәҙәниәтенә ҡағылды, шулай уҡ республиканың 100 йыллығына һәм Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәримдең тыуыуының 100 йыллығына арналды.
Был көндө һәр мәктәп үҙенсә үткәрҙе. Шәмбене үткәреү формаһын һәр мәктәп үҙе һайланы. Мәҫәлән, лицей-интернатта уҡыусылар өсөн «Башҡортостан буйлап сәйәхәт» тигән исем аҫтында саралар планы эшләнде.
Маршруттың тәүге туҡталышы «Туған тел» станцияһы булды, артабанғылары « Башҡортостан тарихы», «Рус әҙәбиәтендә Башҡортостан», «Милли ашамлыҡтар», «Башҡортостан сәнғәте» тип аталды. Иң һуңғыһы «Спорт туҡталышы» ине. Ун станцияның һәр береһенә айырым бүлмә бирелде. Сарала 170-тән ашыу кеше ҡатнашты.
Һәр станцияла уҡыусыларҙы етәкселәре Х.И. Аллағолова, Г.Й. Әхмәтова, А.Р. Ҡансурина, китапханасы Г.М. Хисмәтуллина һәм башҡа уҡытыусылар көттө.
Уҡыусылар һорауҙарға ихлас яуап бирҙе. Лицей-интернат директоры А.Ш. Солтанов етәкселегендәге комиссия сараға йомғаҡ яһаны. Иң әүҙемдәргә почет грамоталары һәм приздар тапшырылды.
Барыһы ла ыңғай эмоциялар алды, үҙе өсөн күп яңылыҡ асты.
23 ноябрҙә уҡыусыларҙы «Профориентацион шәмбе» көтә. Уға әҙерлек башланды ла инде.
Читайте нас: