+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
22 Октябрь 2019, 16:53

«Сәй эскәндә яңылыҡтарҙы беләбеҙ»

Рассвет ауыл Советының Ленинск ауылында йәшәүсе Марат Ринат улы Сираев аналог тапшырыуҙары туҡтатылыуы тураһында ауылдаштарынан ишетеп белә.

Рассвет ауыл Советының Ленинск ауылында йәшәүсе Марат Ринат улы Сираев аналог тапшырыуҙары туҡтатылыуы тураһында ауылдаштарынан ишетеп белә.
Уларҙың ғаиләһе бер нисә йыл инде спутник телевидениеһы ҡуллана, ял иткәндә күмәкләп залға сығып ултырып ҡарайҙар. Кухнялағы телевизорҙары иһә ғәҙәти антенна аша сигналдарҙы тота. 14 октябрҙән һуң улар аш өҫтәле артында бергәләшеп яңылыҡтар тыңлауҙан, ваҡиға урынынан репортаждар ҡарауҙан мәхрүм ҡалған. Сираевтар ауылдарына килгән ирекмәндәргә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән.
Ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Алия Хөснөтдинова эштең урам антеннаһында икәнлеген тиҙ төшөнә. Һанлы телевидениеға тоташыуға ғаиләләре менән тотоналар, улдары урам антеннаһын кәрәкле яҡҡа бора, хужа ирекмәндәрҙең өйрәтеүе буйынса каналдарҙы көйләй.
Бөгөн инде Сираевтар рәхәтләнеп сәй эскәндә лә республика, донъя яңылыҡтары менән таныша, фильмдар ҡарай.
Читайте нас: