+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
23 Октябрь 2019, 11:14

«Киләсәккә билет»

Ошондай үҙенсәлекле исем аҫтында республикабыҙ башҡалаһы Өфөлә 20 октябрҙән 31 октябргә тиклем һөнәрҙәр фестивале уҙасаҡ.

Ошондай үҙенсәлекле исем аҫтында республикабыҙ башҡалаһы Өфөлә 20 октябрҙән 31 октябргә тиклем һөнәрҙәр фестивале уҙасаҡ.
Проект «Мәғариф» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә. Илебеҙҙең 58 төбәге конкурсҡа һайлап алыуҙа ҡатнашты, уларҙың 36-һы, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы ла, еңеүселәр тип табылды.
«Киләсәккә билет» проектының инициаторы булып Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин тора. Проект мәктәп уҡыусыларына теге йәки был һөнәр төрҙәрендә эшләп ҡарау мөмкинлеге биреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Эш шунда, бик күп йәштәр һөнәр һайлап алғандан һуң, ҡайһы ваҡыт уны оҡшатмай.
Сараны уҙғарыу урыны итеп Республика күп функциялы күргәҙмә комплексы (ВДНХ ЭКСПО) һайланған. Һәм был осраҡлы түгел! Фестиваль уҙғарылған ваҡытта уның киң территорияһының бер өлөшө 6-11 класс уҡыусыларын, эш менән тәьмин итеүселәрҙе, төбәк йүнәлеше һәм мәғариф ойошмалары эксперттарын берләштереүсе һөнәри уҡыу майҙанына әйләнәсәк.
2019 йылда Башҡортостан Республиканың 10 ҡалаһы «Киләсәккә билет» проектында ҡатнаша. Утыҙ меңдән ашыу уҡыусы өс этапта тест үтәсәк һәм танышыу форматында ҡатнашып, «Киләсәккә билет» проекты платформаһында теркәлеү аласаҡ.
Читайте нас: