+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
25 Октябрь 2019, 11:21

Башҡортостанда киләһе йылда мәғариф өлкәһенә 73 миллиард һум бүленә

Был турала Финанс министрлығынан хәбәр итәләр.

Был турала Финанс министрлығынан хәбәр итәләр. Аҡса милли проекта һәм программаларҙа ҡаралған йүнәлешетәргә тотонола. Улар араһында мәктәптәрҙә өҫтәмә урындар булдырыу, бер сменалы уҡыуға күсеү, балалар баҡсаһына сиратты кәметеү күрһәтелгән.
Бынан тыш, ауыл мәктәптәрендә спорт залдары ремонтлана, мәктәп автобустары һатып алына, хәүефһеҙлеккә ҙур иғтибар бирелә. Ауылға ҡайтҡан йәш уҡытыусыларға 600 мең һумлыҡ грант бүленә. Студенттарға стипендия 4 процентҡа арттырыла.
Читайте нас: