Бөгөн ҡала һәм райондың барлыҡ дөйөм белем биреү учреждениеларында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған дәрестәр үтте.
Был байрам Ватаныбыҙ тарихындағы данлы ваҡиға – 1612 йылда Минин һәм Пожарскийҙың халыҡ ополчениеһы тарафынан Мәскәүҙе сит ил баҫҡынсыларынан азат итеү, бойондороҡһоҙ Рәсәй дәүләтселеген тергеҙеү хөрмәтенә булдырыла.
Бөгөн райондың бөтә мәктәптәрендә үткәрелгән кластан тыш дәрестәрҙең маҡсаты – патриотизмды үҫтереү, тыуған яҡҡа һөйөүҙе, Рәсәй дәүләте тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу, ил һаҡсыларына ҡарата ғорурлыҡ, ихтирам тәрбиәләү. Байрам алдынан уҡыусыларға тематик видео күрһәтелде, байрамдың барлыҡҡа килеү тарихын һөйләнеләр.
Шундай уҡ дәрестәр 3-сө башҡорт гимназия-интернатында ла үтте. Бында беренсе – дүртенсе класс уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән һүрәттәр күргәҙмәһе ойошторолдо. Бынан тыш, балалар Тыуған ил, ғаилә тураһында шиғырҙар һөйләне.