+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
25 Октябрь 2019, 16:41

Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо

Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, милләт ғорурлығы Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата Дәүләкән ҡалаһының 3-сө башҡорт гимназия-интернатында «Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо» исемле сара үтте.

Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, милләт ғорурлығы Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата Дәүләкән ҡалаһының 3-сө башҡорт гимназия-интернатында «Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо» исемле сара үтте. Унда Мостай Кәримдең данлы тормош юлы, ижады, бар халыҡтың күңелен яулаған ҡабатланмаҫ әҫәрҙәре күҙ алдына баҫты.
Был сара шағирҙың әҙәби мираҫының иң яҡшы өлгөләрендә илһөйәрлек, кешелеклек, матурлыҡ сифаттарын тәрбиәләү, тел байлығы камиллаштырыу, фекерләү һәләтен үҫтереү, уҡыусыларҙы сәхнә ижадына йәлеп итеү маҡсатында ойошторолдо.
Байрамда «Гөрләүек» вокал ансамбле башҡарыуында әҙиптең һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны. Аҡһаҡалыбыҙҙың «Мин фронтҡа китәм иптәштәр!», «Ҡайын япрағы тураһында», «Тыуған ерҙә» шиғырҙарын Данил Ғарипов, Гөлзирә Гофман, Регина Ғәлиева бик аһәңле итеп һөйләне. 4 «А» класы уҡыусылары башҡарыуында Мостай Кәрим һүҙҙәренә Айрат Ҡобағошов ижад иткән «Уҡытыусыма» йыры сарабыҙҙы биҙәп ебәрҙе.
6 «А» класы уҡыусылары «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ» повесының бер өлөшөн сәхнәләштереп күрһәтте. Уның барышында Кендек менән Оло инәй образы һынландырылды, тамашасы бәләкәй Мостайҙың үҫеп етеп, оло шәхескә әүерелеүен күҙәтте. «Йәнгүзәл» бейеү ансамбле әҙиптең 100 йыллығына ҡарата махсус һалынған бейеү башҡарҙы.
Уҡыусыларҙың Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен яттан белеүҙәре, йырҙарын ихлас башҡарыуҙары, ижады менән таныш булыуҙары, яратыуҙары һөйөндөрҙө.
Мостай Кәрим иле – көслө рухлы, сафтарҙан-саф күңелле, ғәҙеллек һәм миһырбанлыҡ, хөрмәт һәм мөхәббәткә нигеҙләнгән донъя... Шағир яратып тыуҙырған ошо гүзәл донъяны ысынбарлыҡта һаҡлау – уның уҡыусыларының бурысы... Изге бурысы...
Читайте нас: