+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
28 Ноябрь 2019, 16:20

Бөтә ауыл байрамы

Ивангород ауылының мәктәпкәсә төркөмө 45 йыллыҡ юбилейын үткәрҙе

Шестаев ауыл Советына ҡараған Ивангород ауылының мәктәпкәсә төркөмө 45 йыллыҡ юбилейын үткәрҙе
Дүрт тиҫтә йыл эсендә ул бер нисә тапҡыр исемен алыштыра. Бөгөн ул мәктәпкәсә төркөм, ә ул саҡта, 1974 йылда, «Урал» колхозы ҡарамағында асылған балалар баҡсаһын «Дюймовочка» тип йөрөтәләр. Ясле һәм әҙерлек төркөмдәрендә 30-ҙан ашыу бала шөғөлләнә. 1996 йылда мәктәпкәсә төркөм тип үҙгәртелә. Бөгөн бында 16 бала йөрөй.
Килгән ҡунаҡтарҙы урамдан уҡ учреждение тормошон һүрәтләгән баннер, ә бинаның фойеһында төркөм тәрбиәләнеүселәренең байрамға арнап эшләгән әйберҙәре ҡаршы алды.
Кескәйҙәр йөрөгән төркөмдөң спорт-музыка залын сағыу ҡышҡы ҡояш нурҙары яҡтырта. Байрамға мәғариф ветерандары, элекке йылдарҙа сығарылыусылар, әлеге тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләре, шулай уҡ ауыл кешеләре һәм күп һанлы ҡунаҡтар йыйылды. Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы И.Ф. Мөхәмәтйәнов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Г.В. Вәлитова, Дәүләкән районы мәғариф идаралығы начальнигы Н.В. Кузовова, Шестаев ауыл Советы башлығы Р.А. Теняева кескәйҙәрҙе, хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ауыл кешеләрен был иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлап, йылы һүҙҙәр әйтте.
Байрамға, һис шикһеҙ, бөтә ауыл менән әҙерләнгәндәр тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Сараны уның төп сәбәпселәре – бөтәһенән дә күберәк уға әҙерләнгән һәм тулҡынланыуҙары йөҙҙәренә сыҡҡан мәктәпкәсә төркөм тәрбиәләнеүселәре асты. Улар һөйләгән шиғырҙар, башҡарған йырҙар тамашасыларҙың алҡыштарына күмелде, сөнки ҡунаҡтар ҙа ҡасандыр ошондай уҡ кескәй артистар булған бит. Кескәйҙәргә ҡунаҡҡа был көндө йә әкиәт геройҙары, йә сит ил артистары, йә КВН йондоҙҙары килде. Уларҙың сағыу сығыштарын тамашасылар ихлас ҡаршы алды. Бына исмаһам, почетлы юбилей тиһәң дә, юбилей! Бөтәһе лә үҙ өлөшөн индергән!
Мәктәпкәсә төркөм мөдире Зөлфирә Вәғиз ҡыҙы Әйүпова тарихи презентация тәҡдим итте. Ул балалар баҡсаһының күп йылдар элек ниндәй булыуы, уның көндәлек тормошо, байрамдары, яуланған уңыштары, һәм, әлбиттә, бында эшләп киткән һәм был мәктәпкәсә төркөмдөң яҙмышына туранан-тура бәйле данлыҡлы кешеләре тураһында һөйләне.
Бөгөн бында тәжрибәле педагогтар эшләй. Тәрбиәсе Ирина Васильевна Кузьмина, тәрбиәсе ярҙамсыһы Екатерина Сергеевна Кодакова тап шундайҙарҙан.
Ниндәй байрам сюрпризһыҙ булһын ти? Һәм ул булды! Кескәйҙәрҙең һоҡланыуы һәм бөтә йыйылыусыларҙың алҡыштары аҫтында залға юбилей датаһы – 45 һандары яҙылған ҙур байрам торты алып инделәр. Ивангород ауылының мәктәпкәсә төркөмөнөң юбилейы ысын мәғәнәһендә күркәм байрам сараһы булды!
Мәктәпкәсә төркөм мөдире З.В. Әйүпова Ивангород дөйөм белем биреү мәктәбе етәкселәренә, уҡыусыларға, тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләренә, урындағы бағыусыларға, ауыл халҡына, район хакимиәте һәм мәғариф идаралығы етәкселегенә был ҙур һәм әһәмиәтле сараны ойоштороуҙа күрһәткән ярҙамдары өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
Уҙған йылдар дауамында мәктәпкәсә төркөм тарихында бик күп сағыу һәм әһәмиәтле ваҡиғалар булды. Уның тәүге сығарылыусылары күптән инде үҫеп етте, врачтар, уҡытыусылар, төҙөүселәр булып эшләй,ә бөгөнгөләре иһә ҙур теләк менән яратҡан төркөмдәренә йөрөй. Уларҙы яғымлы, иғтибарлы һәм хәстәрлекле хеҙмәткәрҙәр ҡаршы ала, төркөмдә йылы, йәмле, кескәйҙәрҙең үҫеше һәм ял минуттарын үткәреү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Тимәк, малайҙар һәм ҡыҙҙар бында үҙҙәрен өйҙәгеләй тоя – тормош дауам итә һәм бөтәһе лә һәр ваҡыттағыса яҡшы буласаҡ...
Читайте нас: