+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
13 Ғинуар 2020, 18:30

Беҙҙең ҡыҙҙар һынатманы

Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында 9-11 ғинуарҙа 8-11 класс уҡыусылары араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте. Быйыл был сара 32-се тапҡыр уҙғарылды.

Унда республиканың ҡала һәм райондарынан ғына түгел, ә шулай уҡ башҡорттар күпләп йәшәгән Силәбе, Ырымбур һәм Ҡурған өлкәләренән дә 400-гә яҡын уҡыусы йыйылды. Уларҙы БР мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева сәләмләне һәм бәйгелә уңыштар теләне.
БР Мәғариф һәм фән министрлығы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт педагогия университеты, БР Мәғарифты үҫтереү институты һәм Башҡорт дәүләт университеты сараның ойоштороусылары булып сығыш яһаны.
Олимпиадала районыбыҙҙың данын яҡлап муниципаль этапта еңеп сыҡҡан 4 уҡыусы: 3-сө башҡорт гимназия-интернатынан 8-се класс уҡыусылары Һағынбаева Камила һәм Усманова Айзилә, 11-се кластан Ғәлиева Регина, 5-се гимназияның 11-се класс уҡыусыһы Әхмәҙиева Гөлүзә ҡатнашты.
Бәйгелә ҡатнашыусылар өс һынау үтте – инша яҙыу, викторина һорауҙарына һәм телдән яуап биреү.
Беҙҙең район ҡыҙҙары һынатманы. 3-сө башҡорт гимназия-интернатының 8-се класс уҡыусылары Һағынбаева Камила һәм Усманова Айзилә (етәкселәре Гәрәева Таңһылыу Рәүеф ҡыҙы), 5-се гимназияның 11-се класс уҡыусыһы Әхмәҙиева Гөлүзә (Ғайсина Земфира Ирек ҡыҙы) олимпиада призерҙары исеменә, ә 3-сө башҡорт гимназия-интернатының 11-се класс уҡыусыһы Ғәлиева Регина (Ғәлина Фәриҙә Наил ҡыҙы) башҡорт телен дәүләт теле булараҡ аҙнаһына ни бары бер генә сәғәт өйрәнеүенә ҡарамаҫтан, 1-се милли һыҙат буйынса ҡатнашыусылар араһында юғары күрһәткестәр өсөн маҡтау грамотаһына лайыҡ булды. Ҡыҙҙарҙы ҙур мәртәбәле еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: