Акцияла ҡатнашыу өсөн алдан
https://bashkdictant.ru/ сайтында теркәлергә кәрәк ине. Быйыл ул онлайн-форматта тте. Был бөтә донъялағы эпидемиологик хәлгә бәйле. Ҡатнашыусыларға тәүге тапҡыр төньяҡ-көнбайыш диалектында текст уҡынылар. Уны билдәле яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов уҡыны. Башҡорт телен өйрәнә генә башлағандар һәм иркен аралашыусылар этномузыкант Заһир Зәйнетдинов һәм диктор Флүрә Мурзина уҡыған тексты яҙҙы.