Мәктәп уҡыусылары дистанцион белем ала. Сер түгел, улар инде мәктәпте һағынып өлгөрҙө, класташтарын, дуҫтарын яҡындан күрәһеләре, рәхәтләнеп яңылыҡтарын, хәл-әхүәлдәрен белешәһеләре килә. Был көндәрҙе барыһы ла сабыр ғына көтә һәм өйҙә уҡыуын дауам итә.
Ә шулай ҙа уҡыусыларыңдан ошондай яҙмалар алыуы рәхәт. Тимәк, улар һине ярата, хөрмәт итә, дәрескә ҙур теләк менән йөрөй.