-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
19 Июнь 2020, 13:30

Балалар баҡсалары ҡасан асыласаҡ?

Радий Хәбиров балалар баҡсаларын асыу тураһында һорауға яуап бирҙе.

Кисә республика башлығы балалар баҡсалары эпидемиологик хәл ҡасан мөмкинлек бирә, шул саҡта асыласағын әйтте.
- Күҙәтеүемсә, ҡайһы бер биләмәләрҙә балалар баҡсаларын асҡас, сир таралыу осраҡтары теркәлде һәм уларҙы яңынан яба башланылар. Мин улай эшләргә теләмәйем, - тине ул. - Инфекция ныҡ таралмай тигән ышаныс булһа һәм балалар баҡсаларында ауырыу таралмаһын өсөн шарттар булдырылһа, шул саҡта ғына уларҙы асыу тураһында ҡарар ҡабул итәсәкбеҙ.
Ләкин был 1 июлдән дә иртәрәк булмай, - тип өҫтәне Радий Хәбиров.
Читайте нас: