+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
13 Июль 2020, 14:40

«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!»

Республикала йолаға әүерелгән «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит» шәфҡәтлелек акцияһы башланды.

Уны Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойоштора. 31 авгусҡа тиклем дауам итәсәк сараның маҡсаты – ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә балаларын яңы уҡыу йылына әҙерләргә ярҙам итеү.
Мәктәп кәрәк-яраҡтары «Ғаилә» район-ара үҙәктәрендә йыйыла.
Иғтибар итегеҙ: дәфтәр, ручка, ҡәләм, альбом һәм башҡа кәнсә тауарҙары өр-яңы килеш кенә ҡабул ителә. Портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, әҙәби китаптар ҙа яңы йәки таҙа, һәйбәт торошта булырға тейеш.
Улар ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы халыҡҡа социаль ярҙам күр­һәтеү учреждениеларында иҫәптә торған ғаиләләргә тапшырыласаҡ. Изгелек акцияһынан ситтә ҡалмайыҡ! Әйткәндәй, былтыр 7 мең 816 балаға дөйөм суммаһы 9 миллион һумдан ашыу булған ярҙам күрһәтелгән.
Читайте нас: