+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
18 Август 2020, 18:49

Республикала берҙәм мәктәп формаһы индерелә

Был турала БР Мәғариф һәм фән министрлығы сайты хәбәр итә.

Быйылғы уҡыу йылынан был яңылыҡ Әбйәлил, Благовар, Федоровка һәм Яңауыл райондары мәктәптәренә ҡағыла. Башҡортостан тегенселәренең яңы продукцияһын 8983 уҡыусы (1-5 кластар) кейәсәк.
Яңы мәктәп формаһы коллекцияһы БР Еңел сәнәғәт ассоциацияһы һәм Өфө дәүләт нефть - техник университеты тарафынан эшләнгән. Ул йәш һәм миҙгелдәр буйынса айырмалыҡтарҙы иҫәпкә ала. Кейем юғары сифатлы булыр һәм артыҡ ҡыйбат хаҡ ҡуйылмаҫ, тип фаразлана. Мәғариф учреждениеларының беҙҙең төбәккә ҡарауын аныҡ күрһәтеп торған берҙәм өлгөләге республика символикаһы менән махсус шеврондар ҡулланыу форманың айырым үҙенсәлеге буласаҡ.
Дәүләкән ҡалаһы һәм районы мәктәптәрендә уҡыусыларҙың формаһына быйыл талаптар элеккесә ҡала: рәсми стиль һәм тейешле төҫтәр гаммаһы.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас: