+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
19 Август 2020, 17:50

«Еңеү диктанты» акцияһында ҡатнашыусыларҙы теркәү башланды

Ойоштороусылар «Еңеү диктанты» акцияһында бер миллион кеше ҡатнашыр, тип иҫәпләй.

2020 йылда акцияла ҡатнашыусылар үҙҙәре өсөн «Еңеү диктанты»н яҙырға уңайлы майҙансыҡтарҙа алдан уҡ теркәлә ала, тип белдерҙе «Берҙәм Рәсәй»ҙең Генераль Советы секретары урынбаҫары, «Тарихи хәтер» партия проекты координаторы Александр Хинштейн.
«Бындай мөмкинлек ойоштороусылар өсөн дә уңайлы, сөнки улар ҡатнашыусылар һанын иҫәпләй һәм пандемия арҡаһында төбәктәрҙә индерелгән сикләүҙәргә ярашлы уларҙың һанын аҙайта ала», - тине Александр Хинштейн.
Майҙансыҡтар һаны артҡанлыҡтан ҡатнашыусылар һаны ла бер нисә тапҡыр артырға мөмкин – улар Рәсәйҙең биш меңдән ашыу кеше йәшәгән һәр тораҡ пунктында асыла. Шул уҡ ваҡытта уларҙың күпселеге башҡа илдәрҙә эшләйәсәк – «Еңеү диктанты»н 75 сит дәүләт граждандары яҙыр, тип планлаштырыла.
«Быйыл теләге булғандарҙың бөтәһе лә «Еңеү диктанты»н яҙырға әҙерләнеү өсөн проекттың рәсми сайтында онлайн-тестар үтә алды. Был акция менән ҡыҙыҡһыныусылар һәм унда ҡатнашыусылар һанын күпкә арттырыр, тип уйлайым», - тине Башҡортостан Республикаһындағы «Тарихи хәтер» партия проектының төбәк координаторы Эдуард Сәйетбатталов.
Акцияға көс ведомстволары – Эске эштәр, Ғәҙәттән тыш хәлдәр, Оборона министрлыҡтары һәм Рәсәй Гвардияһы ла ҡушылды. Улар «Еңеү диктанты»н шул иҫәптән үҙҙәренең һөнәри уҡыу йорттарында – мәҫәлән, Тула Суворов училищеһында һәм Ставрополь, Краснодар, Ырымбур, Төмән президент кадет училищеларында, шулай уҡ Эске Эштәр министрлығы академияһында уҙғарасаҡ.
Граждандар ведомстволары һәм компаниялары ла «Еңеү диктанты»ның партнерҙары булып тора. Мәҫәлән, Рәсәй география йәмғиәте илебеҙҙең этнопарктарында һәм тәбиғәт ҡурсаулыҡтарында 12 майҙансыҡ әҙерләгән – миҫал өсөн, акцияны Красноярск крайының Саяно-Шушенск биосфера тәбиғәт ҡурсаулығында уҙғарасаҡтар. Ул кешеләр йөрөү өсөн уңайлы түгел, һәм бында йөҙгә яҡын һирәк осрай торған йәнлек йәшәй.
Акцияны шулай уҡ Рәсәйҙең барыуы ауыр булған Арктика зонаһында ла – Диксонда, Нарьян-Марҙа, шулай уҡ Яңы Лазаревск һәм Прогресс арктик станцияларында ла ойошторалар. Һуңғыһында йәй көндәрендә 70-кә яҡын хеҙмәткәр эшләй.
«Еңеү диктанты» караптарҙа – Санкт-Петербург ҡалаһындағы «Мир», Севастополдәге «Херсонес» һәм Владивостоктағы «Надежда» елкәнле уҡыу судноларында ла уҙасаҡ. Александр Хинштейн ойоштороусылар 2020 йылда «Еңеү диктанты»н бер миллион кеше, шул иҫәптән акцияла онлайн ҡатнашыусылар ҙа, яҙыр, тип иҫәпләүен иҫкә төшөрөп китте.
Акцияла ҡатнашыу өсөн проекттың диктантпобеда.рф.рәсми сайтында һәм смартфондарҙа урынлаштырылған махсус ҡушылмала теркәлергә мөмкин. Ошонда уҡ «Еңеү диктанты» ҡатнашыусыһының электрон дипломын да алырға була. Мәғариф министрлығы менән килешеү буйынса ҡатнашыусыларҙың юғары һөҙөмтәләре юғары уҡыу йорттарына ингәндә иҫәпкә алынасаҡ.
Читайте нас: