Сараға Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре, шул иҫәптән беҙҙең ҡала ла ҡушыла. Дәүләкән ҡалаһында диктант яҙыу майҙансығы итеп 7-се урта мәктәп һайланған. Быйыл киң күләмле акция тест формаһында үтә. Махсус бланкыларҙа һорауҙар бирелә, һәр һорау аҫтында - дүрт вариант яуап. Ҡатнашыусылар дөрөҫ яуапты билдәләргә тейеш. 25 задание бирелә, үтәү өсөн ваҡыт – 45 минут. Бында, әлбиттә, тарихты, Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларын яҡшы белеү талап ителә. Ә шулай ҙа үҙеңде һынап ҡарарға теләйһең икән, башта диктантпобеды сайтында теркәлергә кәрәк. Диктант һөҙөмтәләре һуңыраҡ билдәле буласаҡ.