1942 йылдың яҙында Дәүләкән ҡалаһына разведчиктарҙың хәрби-авиация училищеһы эвакуациялана. Бында авиаразведчиктар, фотолаборанттар, уҡсы-радистар әҙерләнә. 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы йөҙәрләгән хәрби операцияларҙың уңышын уларҙың ҡатнашлығынан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай. Курсанттар беҙҙең ҡаланан тура фронтҡа оҙатыла. Уларҙың хеҙмәте айырыуса хәүефле була һәм сер итеп һаҡлана.
3-сө башҡорт гимназия-интернаты территорияһында Хәтер һәм дан йылында был училищела уҡығандарҙың, Тыуған илебеҙҙе азат итеү өсөн яу яландарында ятып ҡалғандарҙың, курсанттарҙың белем алыуы һәм көнкүреше өсөн шарттар тыуҙырыуҙа хеҙмәт һалғандарҙың барыһына ла һәйкәл ҡуйылды. Был объектты урынлаштырыу идеяһын «ВАУРсы» мәктәп клубы етәксеһе Р.Ю. Шафиғуллина күтәреп сыҡты. Уның етәкселеге аҫтында оҙаҡ йылдар дауамында курсанттарҙың һуғыш ҡырҙарындағы батырлығын мәңгеләштереү, шулай уҡ училище тарихын өйрәнеү буйынса күп эштәр башҡарыла.
Хәҙер Ватанды һаҡлаусы уҡытыусылар һәм уҡыусыларға ҡуйылған һәйкәл эргәһендә тағы ла бер гранит плита урынлаштырылды. Шулай итеп, гимназияла үҙенең Дан аллеяһы барлыҡҡа килде. Һәйкәл йәйен үк ҡуйылһа ла, ваҡиға уҡыусылар хәтерендә ҡалһын тигән маҡсатта уны асыу тантанаһы яңы уҡыу йылының тәүге көндәрендә үткәрелде.
Митингты асып, 3-сө БГИ директоры Ғ.И. Ғүмәрова был ваҡиғаның мөһимлеген, уҙған һуғыш һәм еребеҙгә тыныслыҡ ҡайтарыусылар тураһындағы иҫтәлекте һаҡларға бурыслы киләсәк быуындар өсөн уның тарихи әһәмиәтен билдәләп үтте.
Проект район хакимиәте, мәғариф идаралығы тарафынан тормошҡа ашырылған. Һәйкәлде урынлаштырыуҙа ошо мәктәп сығарылыусыһы, «ВАУРсы» клубы ағзаһы Геворк Григорян ҙур ярҙам күрһәткән. Уға район хакимиәтенең рәхмәт хаты тапшырылған.