+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
18 Сентябрь 2020, 17:30

4-се лицейҙа сара үтте

8 сентябрҙә Дәүләкән ҡалаһының 4-се лицейында беренсе класс уҡыусыларын йәйәүлеләр отрядына ҡабул иттеләр. Был сара балалар ҡатнашлығында юл фажиғәләрен иҫкәртеү һәм юлдарҙа хәүефһеҙһеҙлек ҡағиҙәләрен хәтерҙә нығытыу маҡсатында ойошторолдо.

Дәүләкән ҡалаһы Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре мәктәп уҡытыусылары менән бергәләп йәш йәйәүлеләргә ҡәтғи рәүештә үтәргә кәрәкле төп ҡағиҙәләр менән таныштырҙы һәм балаларҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен нисек белеүҙәрен тикшерҙе. Уйындар ярҙамында юл хәрәкәтенең йәш ҡатнашыусыларына ниндәй юл билдәләре булыуы тураһында һөйләнеләр, шулай уҡ һәр йәйәүле менән юлдарҙа килеп тыуырлыҡ хәлдәр күрһәтелде.
«Огибдд-Отдела-Мвд-России По--Давлекановскому-Району» төркөмө материалдарынан.
Фотолар: шул уҡ төркөмдән.
Читайте нас: