-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
18 Сентябрь 2020, 18:35

Йәш педагогтарҙың уңышы

Республикала 2019 йылдан башлап ауыл ерендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға ярҙам гранттары ҡаралған. Уҙған йылда гранттар алыу конкурсында Романовка ауылы урта мәктәбенең ике уҡытыусыһы еңеп сыҡҡайны.Быйылғы йыл да район педагогтары өсөн уңышлы – республиканың 25 йәш уҡытыусыһы араһында 7-се урта мәктәп уҡытыусыһы Маргарита Сергеевна Фролова һәм Романовка ауылы урта мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы Марина Викторовна Максимоваға грант тапшырылды.

М.С. Фролова конкурсҡа балалар фольклор ансамблендә шөғөлләнгәндә уҡыусыларҙың музыкаль һәм хореографик һәләттәре үҫешеүе тураһында фәнни-тикшеренеү эше тәҡдим иткән. Был теманы ул осраҡлы ғына һайламаған: Романовка урта мәктәбендә донъя художестволы әҙәбиәте һәм музыка уҡытыусыһы булып эшләгән дүрт йыл дауамында ҡыҙыҡлы идеялары тыуған. Йәш белгес уларҙы нисек тормошҡа ашырыу тураһында уйлана башлай. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын ҡыҙыл диплом менән тамамлай. Әле магистратурала «Мәғариф ойошмаларында фәнни-методик эшмәкәрлек» һөнәре буйынса уҡыуын дауам итә. Бер үк ваҡытта фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, университет нәшриәте ҡарамағында бер нисә публикацияһы һәм методик эштәре бар. Педагог-хореографтар өсөн «Фольклор ансамблдә балаларҙың хореография һәләттәрен үҫтереүҙең үҙенсәлектәре» тигән методик әсбап баҫтырған. Уның тәрбиәләнеүселәре район, республика, бөтә Рәсәй сараларында һәм конкурстарында әүҙем ҡатнаша.
Уҙған йылдан башлап Маргарита Сергеевна 7-се урта мәктәптә дәрестән тыш эшмәкәрлек уҡытыусыһы һәм өлкән вожатый булып хеҙмәт һала.
- Фекер йөрөтөү ҡеүәһе, яуаплылыҡ, эште еренә еткереп башҡарыу – үҙенә генә хас сифаттарҙы уҡытыусы уңышҡа ирешергә өйрәтеү маҡсатында уҡыусыларына ла тапшыра. Ул беҙҙең мәктәптә эшләй башлағандан алып бер генә кластан тыш сара ла уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Педагог бай музыкаль әҫәрҙәр коллекцияһын коллегалары менән ихлас бүлешә, был иһә уларҙың эшен күпкә еңеләйтә. Уның грант алыуы үҙе өсөн генә түгел, ә тотош мәктәп коллективы өсөн дә шатлыҡлы ваҡиға, - тип һөйләй директор урынбаҫары Надежда Ивановна Пыжьянова. – Әле Маргарита Сергеевна декрет отпускаһында һәм беҙ уның эшкә сығыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.
Быйылғы уҡыу йылы башланғансы Романовка ауылының урта мәктәбендә башланғыс кластар һәм математика уҡытыусыһы булып эшләгән М.В. Максимова ла ирешелгән уңыштарында ғына туҡтап ҡалырға йыйынмай. Бөгөн ул ауыл мәктәбендә алған тәжрибәһен Өфө мәктәптәренең береһендә уҡыусылары менән бик теләп бүлешә.
Татьяна Бусарева.
Читайте нас: