+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
28 Сентябрь 2020, 18:35

Миңзәлә апайҙың яңы бейеклеге

Быйылғы йыл Миңзәлә Хәлилова өсөн юғары исемгә эйә булыуы менән иҫтәлекле буласаҡ

40 йыл балаларға белем биреү эҙһеҙ үтмәне – Ҡоръятмаҫ мәктәбе уҡытыусыһы Миңзәлә Хәлиловаға “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән юғары исем бирелде.
Уйлап ҡараһаң, ошо дүрт тиҫтә йыл дауамында нисә тапҡыр мәктәп буҫағаһы аша үтелгән, күпме баланың күңелендә телгә һөйөү тәрбиәләнгән, ә тикшерелгән дәфтәрҙәрҙең, йоҡоһоҙ үткәргән көндәрҙең, уҡыусыларың өсөн көйәләнеүҙәрҙең иҫәбе-һаны ла юҡ. Башҡорт теле уҡытыусылары форумында республика Башлығы Р.Ф. Хәбировтың ҡулынан юғары награда алыу ябай ауыл уҡытыусыһы өсөн оло мәртәбә, еңел булмаған хеҙмәтеңде таныу һәм ҙур шатлыҡ, әлбиттә. Миңзәлә апайҙың шатлығын ихлас уртаҡлашабыҙ, яңынан-яңы бейеклектәр теләп ҡалабыҙ
Читайте нас: