+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
1 Октябрь 2020, 12:15

Сәсәниәбеҙҙе ҡотлайбыҙ!

Зөләрәм Снигирева бөгөн үҙенең ғүмер байрамын билдәләй

Республика кимәлендә танылыу яулаған халыҡ сәсәне, хөрмәтле ағинәй Зөләрәм Рәүеф ҡыҙы өсөн октябрь айы байрамдарға бай. Ғүмер буйы мәктәптә балаларға әсә теленә һөйөү тәрбиәләп, хаҡлы ялға сыҡҡан педагогик хеҙмәт ветераны бөгөн Халыҡ-ара ололар көнөн дә билдәләй, ә 5 октябрь – Уҡытыусылар көнө. Унан инде уның өсөн йәнә әһәмиәтле даталарҙың береһе – Республика көнө. Күрәһегеҙ, ветерандың тормошо ҡайнап тора.
Беҙ район гәзите биттәрендә Зөләрәм Рәүеф ҡыҙының уңыштары хаҡында күп мәҡәләләр яҙҙыҡ, бөгөн инде уны ошо күркәм байрамдарҙың барыһы менән дә йәнә ихлас ҡотлайбыҙ. Хөрмәтле сәсәниәбеҙҙең ижад ҡомары һайыҡмаһын тип теләйбеҙ. Тыуған көнөгөҙ һәм байрам менән һеҙҙе, Зөләрәм Рәүеф ҡыҙы!
Читайте нас: