+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
4 Октябрь 2020, 18:10

«Бала сағым хыялы...»

«Уҡытыусы булырға бәләкәй сағымдан хыялландым, сөнки бәләкәй балаларҙы бик яратам. Тормошомдо мәктәптән, балаларҙан, уларҙың шат көлөүҙәренән, эскерһеҙ ҡараштарынан башҡа күҙ алдыма ла килтерә алмайым», - ти 3-сө башҡорт гимназия-интернатының башланғыс кластар уҡытыусыһы Лилиә Фәнүр ҡыҙы Минегәрәева.

Уҡытыусы... Был һүҙ матур бер көй кеүек яңғырай...Уға күпме ғорурлыҡ, ихтирам һәм бер-береңде аңлау ноталары һалынған. Нисек итеп уларҙан тыңлаусылар ғына түгел, ә башҡарыусы үҙе лә ләззәт тойғоһо кисерерлек матур симфония ижад итергә һуң?...
Һәр баланың күңелендә беренсе уҡытыусы сағыу эҙ ҡалдыра.
Беренсе уҡытыусы – белем донъяһына ишекте тәүләп асыусы ғына түгел, ә уҡыуҙы һәм мәктәпте яратырға өйрәтеүсе лә. Ул һәр кемдең яҙмышында ҙур роль уйнай, шуға һәр ҡайһыбыҙ уға беҙҙең өсөн эшләгәндәрҙең бөтәһе өсөн дә рәхмәтле булырға тейешбеҙ, сөнки мәктәп тупһаһын тәүге тапҡыр ашатлап ингән көндән алып, беренсе уҡытыусы балалар өсөн икенсе әсәйгә әйләнә, уларға белем донъяһы ишектәрен аса, уҡыусыларҙың яҡшы кешелек сифаттарын формалаштырырға, киләсәк йәшәйешкә нигеҙ һалырға ярҙам итә. Уҡытыусы уҡыусылары киләсәктә бәхетле кешеләр булһын өсөн күпме көс, тырышлыҡ, күңел йылылығы, сыҙамлылыҡ сарыф итә! Һәр көн, йылдың-йылы. Уҡытыусы үҙ ғүмерен тулыһынса балаларға бағышлай. Башланғыс кластар уҡытыусыһы – донъялағы иң кәрәкле, мөһим һөнәрҙәрҙең береһе. Ул дәүләт, йәмғиәт ҡаршыһында оло яуаплылыҡты үҙ эсенә ала һәм уҡыусыларҙың төп кешелек сифаттарын формалаштырыуҙа мөһим роль уйнай, һәр балаға теләһә ҡайһы ваҡытта ярҙамға килергә әҙер торған икенсе әсәй кеүек була. Уҡытыусыларҙың һәр ҡайһыһы балалар, уларҙың ата-әсәләре һәм коллегалары менән бәйләнеште еңел булдырырға булышлыҡ итеүсе шәхси сифаттарға эйә булырға тейеш. Улар араһында изге күңеллелек, иғтибарлы, һиҙгер булыу, һөнәри оҫталыҡ, яҡындағылар хаҡында ҡайғыртыу кеүек сифаттар бар. Һеҙҙе бына шундай сифаттарҙың бөтәһенә лә эйә булған 3-сө башҡорт гимназия-интернатының башланғыс кластар уҡытыусыһы Лилиә Фәнүр ҡыҙы Минегәрәева менән таныштырып үтәбеҙ.
«Дәүләкән ҡалаһында тыуып үҫтем, - тип һүҙен башлай Лилиә Фәнүр ҡыҙы. - Тәүҙә - 5-се гимназияла, ә һуңынан 4-се лицейҙа белем алдым. Үҙемде белә башлағандан алып башланғыс кластар уҡытыусыһы йәиһә балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе булырға хыялландым. Ни өсөн тиерһегеҙ, сөнки һәр кемебеҙ үҙенең тормош юлын, буласаҡ һөнәрен һайлағанда тормошто нисек ҡабул итеүебеҙгә һәм тәжрибәһе, һәләте менән һоҡланыу хистәре тыуҙырған кешеләргә ориентир тоталыр, моғайын. Мин дә бәләкәй сағымда төп ролдә Наталья Гундарева уйнаған «Балалар йорто хужабикәһе» тигән фильм ҡарағайным. Актрисаның эшлекле костюмдары, ғорур атлап йөрөүе, нисек итеп балалар менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеүе күңелемдә мәңгелеккә уйылып ҡалды һәм мин тап уның кеүек балалар йорто хужабикәһе булырға ҡарар иттем. Мәктәпте тамамлағас, Бәләбәй педагогия училищеһында белем алдым һәм хеҙмәт юлын 3-сө башҡорт гимназия-интернатында башланым. Шунан алып, бына инде быйыл 27--се йыл ошо мәктәптә хеҙмәт һалам. Ситтән тороп юғары белем алдым.
Эйе, һөнәрем бик үҙенсәлекле. Мин - һәр көн һайын үҙе өсөн ҙур һәм ҡатмарлы өлкәндәр донъяһын асыусы бәләкәй кешеләрҙең тәүге уҡытыусыһы. Беҙ уҡыусыларыбыҙ менән бер-беребеҙҙән нимәгәлер өйрәнәбеҙ. Улар ҙа, ниндәйҙер кимәлдә, - минең өсөн уҡытыусылар. Быны мин һәр минут һайын тоям. Уларҙан мин асыҡ күңелле булырға, яңы нимәләргә ғәжәпләнергә, шатланырға, көлөргә һәм ҡайғырырға өйрәнәм. Ваҡыт бер урында ғына тормай, шуға улар артынан өлгөрөргә, ҡайҙалыр уларҙан бер аҙым алдараҡ барырға тейешмен. Ә уҡытыусы өсөн иң ҙур бүләк – бөтәһен дә яҡшы аңлаған бәләкәй уҡыусыларҙың шатлыҡтан янып торған күҙҙәрен күреү ул».
Эйе, Лилиә Фәнүр ҡыҙын, ниндәйҙер кимәлдә, күп ҡырлы оркестрҙың дирижеры, тип әйтергә мөмкин. Уның ҡулдары, аҡылы, йөрәге аша йөҙәрләгән бала үткән. Етди, талапсан, бер үк ваҡытта һиҙгер күңелле һәм оло йөрәкле уҡытыусы һәр баланың күңеленә «асҡыс» таба белә. Уҡырға, яҙырға, һанарға өйрәтеү – көсөргәнешле , оло хеҙмәт, сөнки уҡыусыларҙа айырым белем, мөмкинлектәр асыу ғына етмәй, ә уларҙың һәр ҡайһыһының һәләтен асып бирергә, уҡырға теләген үҫтерергә һәм белемгә ынтылышын тәрбиәләргә, был донъяны асыуҙан шатлыҡ тойғоларын үҫтерешергә ярҙам итергә лә кәрәк. Лилиә Фәнүр ҡыҙының ҡулынан быларҙың барыһы ла килә, тип әйтһәк, һис тә хата булмаҫ. Уның бөтә дәрестәре лә юғары һөнәри кимәлдә үтә. Улар уҡыусылар өсөн аңлайышлы, ябай, ҡыҙыҡлы һәм уңайлы итеп ойошторола. Уҡытыусының тәрбиәләнеүселәре тәртипле, яуаплы булыуҙары, уңышҡа ынтылыуҙары менән айырылып тора.
Класта тәрбиә эше лә күп төрлө, балалар өсөн әһәмиәтле һәм ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә ойошторолған. Педагогтың төп тормош девизы – рухи үҫешкән шәхес тәрбиәләү. Уның уҡыусылары дуҫлыҡ ҡәҙерен белә, өлкәндәрҙе ихтирам итә, үҙҙәренең яҡындарын, тыуған яҡтарын, Ватанды ярата.
Уҡытыусының уҡыусыларға белем биреүҙәге һәм тәрбиәләүҙәге намыҫлы, фиҙаҡәр хеҙмәте күп һанлы почет грамоталары, дипломдар һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Лилиә Фәнүр ҡыҙы 2019 йылда «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашып, «Юғары стандарттарға ынтылыш һәм профессионаллек» номинацияһында 2-се урын яулаған. Бына шулай янып йәшәй, ижад итә, балаларҙы күп яҡтан үҫешкән шәхестәр итеү өсөн бар тырышлығын һалып эшләй 3-сө башҡорт гимназия-интернатының башланғыс кластар уҡытыусыһы Минегәрәева Лилиә Фәнүр ҡыҙы.
Беҙ педагогты яҡынлашып килгән байрам – Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайбыҙ һәм уға ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, күңел күтәренкелеге теләйбеҙ. Һеҙҙең әйләнә-тирәләгеләрегеҙҙе күңел йылылығығыҙ һәм үткер аҡылығыҙ тағы ла оҙаҡ йылдар ҡыуандырһын!
Читайте нас: