-4 °С
Болотло
Уҡытыусы һөнәре бөтә ваҡыттарҙа ла иң почетлыһы ғына түгел, ә шул уҡ ваҡытта ауыры ла булып иҫәпләнә. Тәжрибәңде йәштәргә, яңы ғына үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫыусы балаларға, тапшыра белеү – ул талант. Һәр уҡытыусы тап уның уҡыусылары киләсәктә ҙур уңыштарға өлгәшеүен теләйҙер, моғайын. Шулай килеп сыҡһа, был һәр уҡытыусы өсөн шатлыҡ, әлбиттә. Ә шатлыҡтың иң ҙуры - ул уҡыусыларҙың ихтирамы. Үҙеңдең ҡарамағыңдағыларҙа иң яҡшы сифаттар ғына тәрбиәләү, уларҙы изге күңелле һәм миһырбанлы булырға өйрәтеү өсөн күпме көс һәм сыҙамлылыҡ сарыф итергә кәрәк. Беҙ бөтәбеҙ ҙә тәүге тапҡыр мәктәпкә барған 1 сентябрь иртәһен яҡшы хәтерләйбеҙ. Ул беренсе ҡыңғырау зыңлауынан, беренсе кластарҙың күңелле көлөүенән һәм, әлбиттә, беренсе уҡытыусыңдың изге йылмайыуынан башлана. Һәм тәүге уҡытыусылары Оло йөрәкле ысын уҡытыусы булғандар тормошта үҙҙәрен бәхетле тип һанай ала. Беҙ бөгөн һеҙгә шундай педагогтарҙың береһе, 4-се лицейҙың башланғыс кластар уҡытыусыһы Елена Викторовна Дубинкина тураһында һөйләп китәбеҙ. Педагог булыу өсөн унда бөтә нимә: аҡыл, тышҡы матурлыҡ, күңел йылылығы, сыҙамлылыҡ, бөтмәҫлек дәрт һәм һөнәренә ҡарата ғына түгел, ә үҙенең тәрбиәләнеүселәренә ҡарата ла тәрән һөйөү хисе бар. Шуға ла ул бына инде 27-се йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт һала. «Мин Әлшәй районының Мечников ауылында тыуып үҫтем, - тип үҙе тураһында һөйләй башлай ул, - ошонда урта мәктәпте тамамланым. Мәктәптә уҡығанда уҡ уҡытыусы булыу хаҡындағы хыялым мине 1990 йылда Бәләбәй педагогия училищеһына алып килде. 1993 йылда диплом алғандан һуң, тормош иптәшемдең тыуған ҡалаһына күстек һәм мин Дәүләкән ҡалаһының 2-се урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башланым. 2006 йылда был мәктәп ябылғандан һуң, 7-се урта мәктәпкә, ә уҙған йылдан башлап, 4-се лицейға эшкә күстем. Эшемде бик яратам, тормошомдо балаларҙың балҡып янған ҡараштарынан, уларҙың күп һанлы төрлө һорауҙарынан, тырышлыҡтарынан башҡа күҙ алдыма ла килтерә алмайым». |