Уҡытыусылар көнөндә педагогтар уҡыусыларынан, мәктәп сығарылыусыларынан һәм уларҙың ата-әсәләренән, коллегаларынан, дуҫтарынан һәм яҡындарынан ҡотлауҙар ҡабул итә. Был көндә педагог һөнәренең мөһимлеге тураһында иҫкә төшөрөү, уҡытыусыларға һәм остаздарға уларҙың еңел булмаған эштәре өсөн рәхмәт әйтеү ғәҙәти күренешкә әйләнгән. Уҡытыусылар көнөн дөйөм белем биреү учреждениелары педагогтары ғына түгел, ә үҙҙәренең тәжрибәләрен башҡалар менән уртаҡлашҡан башҡа остаздар һәм мастерҙар ҙа билдәләй.
Педагогтар байрамында уҡытыусыларға, шул иҫәптән элеккеләренә лә, сәскә гөлләмәләре бүләк итәләр. Ғәҙәттә, уҡыусылар 5 октябрҙә мәктәптә үҙидаралыҡ көнө уҙғара, стена гәзиттәре сығара. Әммә уҡытыусылар был көндә ял итмәй – Уҡытыусылар көнө ял көнө тип иҫәпләнмәй. Мәктәптәрҙә был көндә ҡыҫҡартылған дәрестәр уҙа.
Беҙ ҙә ошо байрам уңайынан бөтә педагогтарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Уларға ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, оҙон ғүмер һәм аҡыллы уҡыусылар һәм уларҙы үҙ арттарынан эйәртеп, артабан да арымай-талмай белем үрҙәренә артылыуҙарын теләйбеҙ.